24 февралдә Өфөлә I медицина ассамблеяһы асыла
Быйыл Милли медицина палатаһы етәксеһе Леонид Рошаль республикабыҙға сәфәре барышында медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейешле норматив акттар эшләүҙә ҡатнашырлыҡ структура кәрәклеген белдергәйне. Медицина палатаһы ошондай структураға әүерелә алыр ине, тигән фекерен дә еткерҙе ул.
Киң билдәле балалар хирургының төбәктә медицина палатаһы ойоштороу тураһындағы тәҡдимен Президент Рөстәм Хәмитов та, табиптар ҙа хупланы. Медицина берләшмәһенең тәүге съезын оҙаҡҡа һуҙмай үткәрергә ҡарар ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыл башында дарыу менән тәьмин итеүҙең ауырлашыуын льготаға эйә граждандар яҡшы тойҙо. Ойоштороуҙың һүлпәнлеге, препараттарҙы ҡайтарыу сылбырының оҙонлоғо, мөһим өлкәлә меңәрләгән кешеләрҙең ҡатнашыуы эште ҡатмарлаштыра.
Октябрьский ҡалаһында Башҡортостан Президентының 1-се дауахана коллективы менән осрашыу барышында: “Медикамент етерлек, ә льготаға эйә булыусыларҙы дарыу менән тәьмин итеүҙә көйһөҙлөктәр күп”, — тип дәғүә белдергәйне табиптар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусылар медицина тикшереүе үткән өсөн түләргә тейеш түгел. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА ошо мәсьәләгә аңлатма бирә.
— Уҡытыусыларҙан медицина тикшереүе өсөн аҡса түләтеү хаҡында мөрәжәғәттәр килә. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре, курсҡа килгән уҡытыусылар менән осрашыу барышында ошо уҡ мәсьәлә күтәрелде. Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһына ебәргән һорауыма алынған яуап та ошоно раҫланы, — ти депутат.
Ком: 0 // Уҡынылар: 5 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда 383 мең самаһы кеше льготалы дарыуҙарҙан файҙалана, йәшәү өсөн мөһим препараттарға мохтаждар ҙа байтаҡ. Уларҙы тәьмин итеүҙә өҙөклөк булмаһын өсөн меңдәрсә хеҙмәткәрҙән торған ҙур система тырышлыҡ һала. Шул сылбырҙың бәләкәй генә бер өлөшөндә тотҡарлыҡ була ҡалһа ла, был туранан-тура ауырыуҙарҙың хәлендә сағылыш табасаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башланыу менән республикала ҡайһы бер дарыуҙарҙы табыу ҡатмарлашҡан. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаевтың блогына ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 10 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Янғантау”ҙан — “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа“Янғантау” шифаханаһының элекке етәксеһе Рәмил Бәҙретдинов “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләнде.
Ул оҙаҡ йылдар етәкселек иткән “Янғантау” шифаханаһы яҡшы күрһәткестәре менән танылды. Ә “Йәшел сауҡалыҡ”та һуңғы йылдарҙа тейешле иҡтисади алға китеш күҙәтелмәй, шуға күрә Бәҙретдинов алдына хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү бурысы ҡуйылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: “Янғантау” шифаханаһы Бөтә Рәсәй бизнес-рейтингында “Шифахана-курорт учреждениеларының эшмәкәрлеге” тигән категорияла өсөнсө урын алғайны. Илдә танылыу яулаған шифаханаға артабан Энгельс Ҡолмөхәмәтов етәкселек итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ