Күҙ-ҡолаҡ булыу ҡамасауламаҫБала саҡтағы бөтә ағыуланыу осраҡтары ата-әсәләрҙең иғтибарһыҙлығы, ғәмһеҙлеге арҡаһында тыуа. Хәүефле матдәләр һәм дарыуҙарҙы сабый үрелеп алырлыҡ ергә ҡуйыу йыш ҡына бәләгә килтерә. Тормош кимәле күтәрелгән һайын һәр өйҙә көнкүреш химияһы саралары һаны ла арта, экзотик үҫемлектәр күбәйә. Шуның менән бергә балалар араһында ағыуланыуҙарҙың йышайыуы һәм сирҙең бик ауыр үтеүе, үлем осраҡтары артыуы күҙәтелә.
Организмдың функцияларын боҙоуға һәләтле теләһә ниндәй матдәнең ағыуға әүерелеүе ихтимал. Аш бүлмәһе — бала өсөн айырыуса хәүефле урын, бында ниндәй генә таҙартыу сараһы юҡ: раковина һәм плитәне, торбаны йыуыу өсөн тәғәйенләнгәне, аш һеркәһе, нашатыр спирты, марганцовка...
Әлбиттә, ағыуланыуҙа ғәйепте өйҙә токсик матдәләрҙең күплегенә япһарыу урынһыҙ. Бәлә башы — уларҙы дөрөҫ һаҡламауҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаулыҡ “асҡысы” кем ҡулында?Һаулыҡ һаҡлау тармағын бығаса булмағанса ғәйәт ҙур үҙгәрештәр көтөүе тураһында матбуғат биттәрендә күп яҙҙыҡ, медицина өлкәһендәге реформаларҙың барышы менән уҡыусыларыбыҙҙы даими таныштырырға тырыштыҡ. Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һаҡлау системаһын 2020 йылға тиклем үҫтереү концепцияһы төрлө яҡлап өйрәнелде, тәҡдимдәр, фекерҙәр менән байытылды.
Һуңғы ике йылда беҙҙең тормош сифатын билдәләйәсәк ике төп документтың донъя күреүе, һис шикһеҙ, халыҡ йәшәйешендә һәм сәләмәтлегендә сағылыш тапмай ҡалмаясаҡ. “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында”ғы Федераль закондың үҙ көсөнә инеүенә бер йылдан аҙ ғына күберәк ваҡыт уҙыуы әлегә үҙгәрештәрҙе тулыһынса баһаларға мөмкинлек бирмәй, әлбиттә. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта ла мотлаҡ медицина страховка системаһының эшкә һәләтлелегенә ышанырға яҙҙы. Ниһайәт, ошо йылдың 1 ғинуарынан көтөп алынған “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закон буйынса йәшәй башланыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атамаһы ғына татлыШәкәр диабеты менән Ауырыусыларҙың 70 проценты үҙҙәрендә ошо сирҙең булыуын белмәй
Күптән түгел хаҡлы ялдағы бер хеҙмәттәшебеҙҙең — әлегәсә ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй яҙышып торған ветерандың — аяғынан мәхрүм ҡалыуын ишетеү һәммәбеҙҙе лә тетрәндерҙе. Ағайыбыҙҙың байтаҡ йылдар шәкәр диабетынан яфаланыуын белһәк тә, шундай ауыр хәлгә тарыр тип һис уйламағайныҡ. Хәйер, был берҙән-бер миҫал түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙҙең туғандары йәки таныштары араһында ла ошо сирҙән яфаланыусылар байтаҡ.
Һүҙҙе әҙип ағайҙы иҫкә төшөрөп башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Табиптар шәкәр диабетына бәйле ауырыусыларҙың йылдам арта барыуына хәүеф белдерә. Етмәһә, элегерәк ул нигеҙҙә өлкән йәштәгеләргә хас тип иҫәпләнһә, хәҙер диабеттың “йәшәрә” барыуына тәрән борсолалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 21 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙөбөҙ ҙә тәрбиәләп тороуға мохтаж. Уның өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәй, иренмәҫкә генә кәрәк. Халыҡ элек-электән ябай ғына саралар ярҙамында йөҙ-ҡиәфәтен йәш, матур килеш һаҡларға тырышҡан. Әле шуларҙың береһен һеҙгә тәҡдим итмәксебеҙ.
Иң элек битегеҙҙе боҙ киҫәге менән таҙартығыҙ. Тире ҡоро булғанда ошо ысулды ҡулланыу яҡшы: бер балғалаҡ балды аҡһыл төҫкә ингәнсе оҙаҡ ҡына бутарға кәрәк. Уға аҙ ғына һөт ҡушырға һәм барлыҡҡа килгән ҡушылманы биткә һөртөп торорға кәңәш ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 7 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мин Өфөлә уҡыйым, ә пропискам — Яңы Уренгойҙа. Башҡортостанда полис алырға хоҡуғым бармы? Мөмкин булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейешмен?
Нурия”.
— Эйе, һеҙгә Өфө ҡалаһында полис алырға мөмкин. Республика биләмәһендә эшләгән һигеҙ медицина страховка ойошмаһының береһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Тейешле мәғлүмәтте беҙҙең сайттан ҡарағыҙ: www.rf oms-rb.ru йәки ошо адрес буйынса һорауҙарығыҙға яуап алырға мөмкин: 450077, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 37, 201-се бүлмә, “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 272-58-64.
Ком: 0 // Уҡынылар: 4 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ