Һулаҡай Реналь Көйәрмән булараҡ, көнөмдө спорт яңылыҡтарын ҡарауҙан башлайым. Иң беренсе яҡташтарым ҡыҙыҡһындыра мине.
Әһә, бөгөн дә шатлыҡлы хәбәр бар икән. Өфөнән Реналь Ғәниев фехтованиеның рапира төрөндә Мәскәү өлкәһендә үткән Рәсәй турнирында еңгән. Ошо арала булған тыуған көнөнә шәп бүләк тә эшләгән! Декабрь аҙағында ғына баш ҡалалағы шундай уҡ мәртәбәле ярышта беренселекте алғайны. Афарин, йәйгеһен Лондонда уҙасаҡ олимпиадала өмөтләнер кешебеҙ бар, тимәк.
Ҡыуаныс уртаҡ булһын тип, Реналдең өләсәһе Мәшүҙә Миңләхмәт ҡыҙына шылтыратам:
— Ҡотлайым! Ейәнегеҙ уңыш артынан уңыш яулай!
Ком: 0 // Уҡынылар: 7 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм республиканың Мотофедерация президенты Николай Красников Башҡортостандың легендар спортсыһы, боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя һәм Европа чемпионы, мотоуҙыш, спидвей һәм мотокросс буйынса СССР һәм РСФСР чемпионаттары һәм спартакиадаларында 23 тапҡыр еңгән Борис Самородовҡа боҙҙа мотоуҙыш буйынса 47-се донъя чемпионатының икенсе финалын асыу тантанаһында “Нива-Шевроле” автомобиле асҡысын тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 5 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ял көндәрендә Башҡортостанда “Рәсәйҙең саңғы юлы-2012” ярышы ойошторолдо. Быйылғы сара Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Күмертау, Белорет, Туймазы һәм Сибай ҡалаларында үтте.
Баш ҡалалағы ярышта халыҡ айырыуса күп булды. Өфө районының саңғысылары Авдон ауылында йыйылды. Алыш ҡыҙыу барҙы. I – VI класс уҡыусылары араһында Михайловка мәктәбенән Максим Решетников, Авдондан Дарина Ғилметдинова иң етеҙҙәре булып танылды. VII – XI кластарҙан михайловкаларға тиңләшеүсе юҡ ине – Айҙар Нурғәлиев менән Альмира Зәйҙуллина финиш һыҙығына беренсе булып килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыуандырҙың, Красников!Донъя чемпионатынан репортаж
Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионына халыҡ ағыла ла ағыла. Сөнки бына-бына боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Ғабдрахман Ҡадиров иҫтәлегенә 47-cе шәхси донъя чемпионатының икенсе финалы башланасаҡ. Австрия, Польша, Нидерландтар, Германия, Швеция, Чехия, Финляндия, Рәсәйҙән береһенән-береһе таһыллы 18 спортсы көс һынашасаҡ.
Бына чемпионаттың тәүге уҙышын башлаусылар иғлан ителде: Харальд Симон (Австрия), Матс Ярф (Финляндия), Сергей Карачинцев (Рәсәй, Тольятти), Эдуард Крысов (Стәрлетамаҡ, ”Каустик”). Егеттәр барыһы ла “ҡорос аттарында” старт һыҙығына баҫты. Тик нишләптер Крысов мыштырлай. Ана, уның мотоциклын этеп маташалар! Тимәк, ҡыҙмай! Барса халыҡ борсолоп уны көтә. Инде комментаторҙың тауышы яңғырай: 15 секунд ҡына ҡалды. Өлгөрмәһә? Ниһайәт, бер нисә секунд ҡына ҡалғас, Крысов урынынан атылды. Башланды. “Тимер аттар” үкереп алға ынтылды. Тәгәрмәс аҫтарынан тирә-яҡҡа боҙ ярсыҡтары сәсрәй.
Ком: 1 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Чемпион тажын кейгән ЛилиәДонъяға билдәле спортсы Лилиә Шаһыбалова-Шобухова Белорет тәбиғәтенән көс-ҡеүәт ала
Белорет ҡалаһынан Тирлән ҡасабаһына тиклем һуҙылған юлдан йөрөүселәр йыш ҡына ҡыҙыҡ хәлгә тарый. Яңыраҡ танышым да шундай ғәжәп күренешкә тап булған.
— Ҡаланы сығып, егерме саҡрым самаһы үткәс, юл ситенән йүгереп барыусы йәш кенә ҡатынды күреп ҡалдым, — ти ул. — Иғтибар итмәҫлек түгел ине шул: был хәтлем алыҫ араға сығыусы спортсыны йыш күрмәҫһең. Абайлабыраҡ ҡараһаммы... — Ошо урында әңгәмәсем, түҙемлегемде һынап, тынып ҡалды. — Баҡтиһәң, ул еңел атлетика буйынса донъя чемпионы Лилиә Шобухова булып сыҡты...
— Кит, юҡты һөйләйһең, яңылышҡанһыңдыр. Шобухова кеүек спортсы унда йөрөмәҫ...
Ком: 2 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ