Атайыма оҡшарға тырышамУның менән сикһеҙ ғорурланам. Атайым аҡыллы, көслө, ҡыйыу.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән ул. Тырышып уҡыған, спорт менән шөғөлләнергә яратҡан. Ауыл мәктәбенән һуң Сибайҙа, унан Рязандәге Һауа-десант училищеһында белем алған.
Артабан атайыма Төньяҡ Кавказдағы ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Бында ла ул үҙен ҡыйыу, ғәҙел кеше булараҡ таныта.
Атайым 2002 йылдан алып Өфө кадет корпусында эшләй. Рота командиры ул. “Бында белем алған малайҙар ысын ир-егет булып үҫә”, — ти атайым. Ҙурайғас, мин дә хәрби кеше булырға, кадет корпусында эшләргә теләйем. Атайым һымаҡ, йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләйәсәкмен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 13 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәш мортазинсылар” еңелмәҫ!Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Уҡыусылар бында ҡурай, баян, фортепьянола уйнарға өйрәнә, рәсем төшөрә, тынлы музыка ҡоралы һәм хореография ансамблдәрендә шөғөлләнә.
Сәнғәт мәктәбенең “Аҡбуҙат” исемле ҡурайсылар һәм “Осҡон” бейеү ансамблдәре “өлгөлө” исемен йөрөтә. Улар районда ғына түгел, республикала үткәрелгән сараларҙа ла уңышлы сығыш яһай.
“Осҡон” күптән түгел Ейәнсурала үткән төбәк бейеү конкурсынан еңеү менән ҡайтҡан. Улар сәхнәгә “Йәш мортазинсылар” һәм ҡалмыҡ халыҡ бейеүҙәрен алып сыҡҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 11 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт рухлы Искәндәр“Кинйә улым Искәндәргә — бер йәш тә туғыҙ ай, — тип яҙа Баймаҡ ҡалаһынан Гөлнара Рәева. — Ул ағаһы Ирәндек менән апаһы Нургизәне шул тиклем ярата. Туғандарының мәктәптән, балалар баҡсаһынан ҡайтыуын ашҡынып көтөп ала.
Улыбыҙ Искәндәр бик рухлы ла: милли кейемен кейеп, башҡортса бейергә ярата. Был ваҡытта иң матур, дәртле көй яңғырарға тейеш. Башҡорт егете бит ул!”
Ком: 0 // Уҡынылар: 4 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡоштар ярҙам көтәБаҡсабыҙҙа балан, миләш, сейә, ҡарағат һәм башҡа ағас, ҡыуаҡ үҫә. Емештәре менән төрлө ҡоштар туйына. Мәҫәлән, миләште турғайҙар ашап бөтөрөп китте.
Һуңғы ваҡытта көндәр бик һыуынғас, туғаным Юнир баҡсаға эйәләшкән ҡарабаш турғайҙар өсөн өс литрлыҡ банканы, эсенә көнбағыш орлоғо һалып, балан ботағына ҡырынайтып элеп ҡуйҙы. Ҡоштар, өйрәнеп алһа, емде банканың эсенә үк инеп алып сыға башлай. Унан, ботаҡҡа ултырып, көнбағыштың ҡабығын суҡып яралар, емеше менән туйыналар.
Үҙебеҙҙең буҙ турғайҙарға икмәк, май валсыҡтары, тары ярмаһы кәрәк. Улар ҙа һуңғы ваҡытта банка эсенә инергә өйрәнеп алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҙурайғас, төҙөүсе буласаҡмын. Әле Өфөләге, ауылдағы яңы йорттарҙы ҡарап йөрөйөм, үҙебеҙҙең өйҙөң төҙөлөшөн өйрәнәм. Ҡайһылайыраҡ матур килеп сығыр ине икән, тип төрлө һүрәт төшөрәм.
Шәп төҙөүсе булыр өсөн мәктәптә, унан юғары уҡыу йортонда яҡшы белем алырға кәрәк.
Тәүҙә, әлбиттә, ябай төҙөүсе булырмын. Тырышып эшләп, директор булып китермен. Етәксе кеше халыҡты уйларға тейеш, ти әсәйем менән атайым. Шуға ла мин төҙөгән һәр йорттоң бүлмәләре иркен, яҡты буласаҡ. Бәләкәстәргә, өлкәндәргә еңел булһын өсөн яҡшы лифттар ҡуясаҡмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ