Йәмғиәттең ҡара-сыбар тоҡомло 1474 баш һыйыр малы заманса механизацияланған биналарҙа тотола, бында күптән ҡул көсө ҡулланмайҙар. Йәй яҡшы ғына ремонт та яһалған, ялан кәртәләр уратып алынған, яңы тыуған быҙауҙарға айырым йылы бүлмәләр булдырылған. Бында эшкә килеүселәрҙең күбеһе оҙаҡҡа ҡала, китеүселәр юҡ, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бушлай аҙыҡ бирелә.
Әле хужалыҡтың 300 һауын һыйыры бар. Йәмғиәттә йыл әйләнәһенә үрсем алалар, ғинуарҙа ғына 70-кә яҡын һыйыр быҙаулаған. Хужалыҡта мал һанын кәметеүгә юл ҡуйылмай, тоҡомдо яңыртыу маҡсатында тана һатып алалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға

