Фәйез Харрасовтың яңы китабы хаҡында

Йәшәүгә дәрт, өмөт уята “Тауҙарҙа тыуған елдәр”Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә балалар әҙәбиәтенә лә, оло йәштәге яҙыусылар һәм яңы ҡәләм тирбәтеүсе йәштәр ижадына ла ҙур иғтибар бирелә. Йәштәрҙең әленән-әле яңы шиғри йыйынтыҡтары, проза әҫәрҙәре нәшер ителә. Күптән түгел Ринат Сөләймәновтың, Фәнил Бүләковтың, Айгиз Баймөхәмәтовтың, Мөнир Иҡсановтың, башҡа бик күп ҡәләм оҫталарының хикәйә, повесть, шиғыр йәки башҡа әҙәби әҫәрҙәре бер-бер артлы донъя күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 14 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Күк йөҙөнә тәҙрә” милли мәҙәниәттәрҙе берләштерҙе

Халыҡ ижадының тамырҙары тәрәндәОшо көндәрҙә Удмурт Республикаһының Завьялов районында “Күк йөҙөнә тәҙрә” тип аталған IX Халыҡ-ара халыҡ ижады конкурс-фестивале үтте. Билдәле этнограф, ғалим-фольклорсы Дмитрий Зеленин исемен йөрөткән был сара ике йылға бер тапҡыр уның тыуған төйәгендә уҙғарыла. Әйткәндәй, быйылғыһы Рәсәй Президенты Грантына ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 14 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырмыҫҡалыла фольклор байрамы уҙҙы

Сыңлаһын салғы сыңы!Борондан ауыл халҡы бесәнгә төшөү алдынан ҙур байрам үткәрер булған. Туғайҙа һарыҡ һуйып, матур мәжлескә туған-тыумаса, күрше-тирә йыйылған. Ҡалҡыуыраҡ урында түңәрәк ҡор яһап һөйләшкәндәр, доға уҡылған. Кемгә ниндәй ер бүлергә, нисек эшкәртергә, эшләргә — һәммәһе хаҡында кәңәшләшкәндәр. Бесәнгә төшөү көнөндә үләнде тота килеп саба башламағандар. Тәүҙә йырлап, бал балы менән һыйлашып мәжлес үткәргәндәр. Үләнде, ҡоштарҙы, ағастарҙы һыйлағандар, теләктәр әйткәндәр. Бер көн шулай үткән. Иртәгәһенә генә эшкә тотонғандар. Бесән сабыр алдынан да, бөткәс тә туғандар, ырыу-ара йыйылышып, байрам иткән. Ер рухын, үлән эйәһен ризалатыр өсөн үткәрелгән был сара. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында уҙған “Сыңла, салғы!” республика фольклор байрамы, әйтерһең дә, ошо мәжлесте хәтерләтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шүлгән” эпосының исем туйыЯҡташыбыҙ, күренекле сәсән, халыҡ ижадын йыйыусы, мәғрифәтсе Мөғәлләм Шәйхаттар улы Мирхәйҙәровтың “Шүлгән” китабын руссаға – Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы Гөлшат Әхмәтҡужина, ә “Ҡуңыр буға” китабын яҙыусы, драматург Ғәзим Шафиҡов тәржемә иткән. Күптән түгел район китапханаһында ул эпостарҙың исем туйы үткәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 16 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҙерге тел оҫталары ниндәй булырға тейеш?

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА: “Йыр, шиғыр яҙыу ҙа – сәсәнлек билдәһе”Ниндәй ул замана сәсәне? Башҡорт халҡы тарих төпкөлөнән килгән сәсәнлек традицияларын һаҡлап ҡала алғанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһенең ижади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Нәфисә ТУЛЫБАЕВА яуап бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
1938 йылдың майында сыҡҡан “Красная Башкирия” гәзитендә классиктарҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеү хаҡында һүҙ алып барыла. Унда башҡорт мәҙәниәтенең Пушкин һәм Лермонтов әҫәрҙәре менән нисек байығыуы, Горькийҙың әҫәрҙәре башҡорт телендә ҡасан тәүге тапҡыр донъя күреүе тураһында һөйләнелә. “Башинформ” агентлығы уҡыусыларҙы Башҡортостандың Милли архивынан алынған материалдар менән таныштырыуын дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ни өсөн йәштәр шиғыр яҙа?Был һорауға яуап бирер алдынан “Нимә ул, ғөмүмән, шиғыр?” һәм “Кем ул ысын шағир?” тигән һорауҙарҙы асыҡлап китәйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атай нигеҙенең ҡәҙерен беләләрӘбүбәкер ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үҙе бер һабантуйҙы хәтерләтте: уйын-көлкө, йыр-моң, төрлө уйындар менән үрелеп барған байрамда олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡорама ҡорау – бәхет ҡороу улЗаманыбыҙға хас юғары техник прогресс үҫеше менән бәйле “глобалләшеү” һөҙөмтәһендә кешелек донъяһының бер төрлөлөккә килеүе, милли һыҙаттарҙың юғалыуы, туған телдәрҙең онотолоуы, милләттең үҙенә генә хас мәҙәни сифаттары һәм рухи ҡиммәттәрҙең юйылыу ҡурҡынысы алдында тороуы һәр кемгә билдәле. Күптәр был бәләнән сығыу юлын онотолған йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яңынан тергеҙеп, уларға яңы һулыш өрөүҙә күрә. Шулай уҡ көнкүрешкә үтеп ингән милли йөҙө булмаған тауарҙар, ҡаралтылар, йорт йыһаздары урынына һәр халыҡтың үҙенә хас булғанын аяҡҡа баҫтырыу йүнәлеше лә киң ҡолас алды. Ошо маҡсаттан республикала ла юғала барған халыҡ кәсептәрен тергеҙеү күренеше күҙәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ерҙә лә оҫталар барРеспублика “Шәжәрә” байрамы 12-се тапҡыр уҙғарыла. Ул бығаса Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Дүртөйлө, Ҡариҙел райондарында ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 82 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 23 Алға
Бит башына