"Башкортостан гәзите"
<description>"Башкортостан гәзите"</description>
Һалдат тормошо тәртиптән башлана
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Нисек икән ул ысын армияла хеҙмәт итеү? Был һорау ҡатын-ҡыҙҙың күпселеген һәм төрлө сәбәптәр буйынса хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-атты бик ҡыҙыҡһындыра. Журналист танытмаһының мөғжизәүи көсө бар — күптәр өсөн бикле урындарға ла инеп була уның менән. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уны хәрби бинаға үтеү маҡсатында тағы бер мәртәбә һынаныҡ.
“Армияға эләгеү” һис еңел булмай сыҡты. Өфөләге Затон биҫтәһендә урынлашҡан 6795-се ғәскәри часҡа инеү өсөн, алдан һөйләшеп килешһәк тә, әллә нисәмә һаҡ аша үтергә тура килде. Эскә лә оҙатып йөрөүсе менән генә инәбеҙ. Был аңлашыла ла: әлеге часть — стратегик билдәләнештәге объект бит. 
Ҡыҙыҡһынып, бар нәмәне күреп ҡалырға тырышып, тирә-яҡҡа ҡараусы минән айырмалы, ваҡытында хәрби хеҙмәт үткән фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов өсөн бында яңылыҡ юҡ та кеүек. Һынын туп-тура тотоп һаҡта тороусыларҙы, йәшел хәрби кейемдә иҙән йыуып йөрөүселәрҙе, күмәкләшеп йүгереп үтеп китеүселәрҙе ауыҙ асып күҙәтһәм дә, уның өсөн был ғәҙәти армия тормошо.]]></description>
Атайыма оҡшарға тырышам
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Уның менән сикһеҙ ғорурланам. Атайым аҡыллы, көслө, ҡыйыу.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән ул. Тырышып уҡыған, спорт менән шөғөлләнергә яратҡан. Ауыл мәктәбенән һуң Сибайҙа, унан Рязандәге Һауа-десант училищеһында белем алған.
Артабан атайыма Төньяҡ Кавказдағы ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Бында ла ул үҙен ҡыйыу, ғәҙел кеше булараҡ таныта. 
Атайым 2002 йылдан алып Өфө кадет корпусында эшләй. Рота командиры ул. “Бында белем алған малайҙар ысын ир-егет булып үҫә”, — ти атайым. Ҙурайғас, мин дә хәрби кеше булырға, кадет корпусында эшләргә теләйем. Атайым һымаҡ, йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләйәсәкмен.]]></description>
“Йәш мортазинсылар” еңелмәҫ!
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Уҡыусылар бында ҡурай, баян, фортепьянола уйнарға өйрәнә, рәсем төшөрә, тынлы музыка ҡоралы һәм хореография ансамблдәрендә шөғөлләнә.
Сәнғәт мәктәбенең “Аҡбуҙат” исемле ҡурайсылар һәм “Осҡон” бейеү ансамблдәре “өлгөлө” исемен йөрөтә. Улар районда ғына түгел, республикала үткәрелгән сараларҙа ла уңышлы сығыш яһай.
“Осҡон” күптән түгел Ейәнсурала үткән төбәк бейеү конкурсынан еңеү менән ҡайтҡан. Улар сәхнәгә “Йәш мортазинсылар” һәм ҡалмыҡ халыҡ бейеүҙәрен алып сыҡҡан.]]></description>
Ғүмере көрәштә үтте
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->21 февралдә Алыҫ Көнсығыштағы, Монголиялағы яуҙарҙа, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман Мөхәмәт Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулды. Уның тормош юлы үҙе үк ҙур батырлыҡҡа тиң.
Боронғо башҡорт ауылы Йомран-Ибраһимда (әле Ҡырмыҫҡалы районына ҡарай) донъяға килә ул. Ата-әсәһе тәүге балаларына, ауылдашы һәм туғаны Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың хөрмәтенә, Мөхәмәт тип исем ҡуша. 
Малай ифрат теремек, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Яҡшы уҡый. Мәктәпте тамамлағас, Йоматау ауыл хужалығы техникумында белем алып, баш агрономдың ярҙамсыһы булып эш башлай. Ауылдарҙа колхоз ойоштороу буйынса агитация алып барыуҙа әүҙем ҡатнаша. 
Бер аҙҙан яҙмыш елдәре Мөхәмәт Ибраһимовты Ленинград тарафтарына илтә. Бында ул, махсус курс үтеп, малсылыҡ белгестәре берекмәһендә эш тәжрибәһе туплай. Унан кире Өфөгә ҡайта.]]></description>
Бар ине шәп саҡтар!
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Университетты тамамлағас, Совет Армияһы офицеры булараҡ, Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт иттем. Беҙҙең часть туғандаш (ул ваҡытта, ысынлап та, шулай ине) Польша ерендә урынлашҡайны. Заманында СССР тип аталған бөйөк илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан да, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар байтаҡ ине унда. Яҡташтарым айырыуса шәп егеттәр иҫәбендә булды: үҙҙәре көслө һәм ҡыйыу, аҡыллы һәм тәртипле. Мин уларҙың береһен, Туймазы районы егете сержант Раян Баһауетдиновты, ҙур теләк менән үҙемә ярҙамсы — автовзвод командиры урынбаҫары — итеп алдым. Раян да, башҡа хәрбиҙәр ҙә хеҙмәттә һынатманы; күнекмәләрҙә шартлы “дошман”ды гелән еңеп сыға инек. 
Подразделениемдағы ошондай һоҡланғыс егеттәр хаҡында шул осорҙа шиғыр яҙғайным.]]></description>
Диңгеҙ тәме һаман тел осомда
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Хәҙер нисектер, ә беҙ, ауыл малайҙары, бәләкәйҙән моряк булырға, диңгеҙ-океандарҙы айҡарға хыялландыҡ. Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәрҙең кейеме генә ни тора ине! Хәйер, заманы ла шундай булғандыр. Ул саҡта бит хәрби хеҙмәт үтмәгәндәрҙе ысынлап та һанламанылар. Хатта ир ҡорона еткән уҙамандарҙың: “Һин дары еҫкәмәгәнһең”, — тип, армияла булмағандарға түбәнһетеп ҡарағаны хәтерҙә. 
Ә армияға саҡырыу ҡағыҙы алып та, төрлө сәбәп менән Өфөнән кире бороп ҡайтарһалар? Ғәрлеге ни тора! Шулай кире ҡайтарып ебәргәстәр, бер ауылдашымдың, кешенән оялып, ҡараңғы төшкәнсе ауыл осондағы кукуруз баҫыуында ятҡанын әле лә һөйләйҙәр. Шуға хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, мине лә бер уй борсоно: кире генә бора күрмәһендәр!]]></description>
Һыу аҫтынан караптарҙы күтәргән
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Балтик диңгеҙе буйындағы йәшерен базала алты йыл хеҙмәт иткән Мәғҙәнур ағай Вәлиевтең замандаштарына, айырыуса йәштәргә һөйләрлек хәтирәләре күп. Тик ул иҫтәлек дәфтәрен һәр кемгә аса һалып бармай. Флотта диңгеҙ төпкөлөнә сумыусы булып хеҙмәт иткәнен, махсус хәрби йөкләмәләрҙе үтәүҙә ҡатнашҡанын ҡайһы бер  яҡын кешеләре лә белмәй торғандыр. 
—  Ярты быуаттан ашыу һаҡлаған серҙе бөгөн асырға ла була, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Мәғҙәнур ағай. — 50-се йылдар башында тәрәнгә сумыусылар төркөмө флотта берәү генә ине, аҙаҡ ҡына Владивостокта икенсеһен астылар. Беләһеңме, беҙ диңгеҙ төбөнән тиҫтәләгән карапты күтәрҙек. Һуғыш ваҡытында немецтар, портты бомбаға тотоп, күп судноны батырған. Ҡом тулған крейсерҙарҙа кеше һөйәктәрен дә аҙ күрмәнек. Ә күпме хәрби самолетты Балтик диңгеҙе төбөнән сығарыуҙа ҡатнаштым!]]></description>
Яугирҙәргә – еңел машина
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Чечен Республикаһының Урус-Мартан районында хәрби бурыс үтәп йөрөүсе разведка-эҙләү төркөмөнөң юлында мина шартлай.  Бер һалдат һәм командир ҡаты яралана. Шул саҡта Ейәнсура егете ефрейтор Филүз Ҡансурин  ҡаушап ҡалмай, иптәштәрен, яралыларҙы хәүеф янаған урындан алып сығып, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Был хәл 2011 йылдың 10 майында була.
Яңыраҡ Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы эске ғәскәрҙәрҙең Волга буйы төбәк командованиеһына ингән “Булат” махсус тәғәйенләнештәге отрядының ыласындарын тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Залға йыйылған хәрбиҙәрҙе етеп килгән байрам менән ҡотлап, эске ғәскәрҙәр баш командующийының беренсе урынбаҫары генерал-лейтенант А. Бугин ҡаһарманлыҡ күрһәткән, өлгөлө хеҙмәт иткән бер төркөм һалдат һәм офицерҙы “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм  “Хәрби дуҫлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләне.]]></description>
Улар үҙ бурысын үтәне, хәҙер – дәүләттең сираты
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Ошо көндәрҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 23 йыллығы билдәләнде. Илебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған утлы ғәрәсәт эсенән иҫән-аман ҡайтҡандар йәнә сафтарын барланы, һәләк булған яуҙаштарының ҡәберенә сәскә һалды, улдарын юғалтҡан әсәләр менән осрашыу үткәрҙе. 
Юғарынан бирелгән фарман буйынса ойошторолмаған, ә күңел талабына, кешелек бурысына әүерелгән был сараларҙы уҙғарыу –  “Һуғыш инвалидтары” берекмәһенең “Батыр”  Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһының иңендә. 
Ойошма рәйесе Наил Ғиззәтуллин — афған сүллеген арҡырыға-буйға гиҙеп ҡайтҡан ир-азаматтарҙың береһе. Ышаныс күрһәтеүҙәре юҡҡа түгел: бай тормош тәжрибәһе туплаған ҡаһарман хәрби булараҡ ҙур абруй яулаған шәхес ул.]]></description>
Ил алдында ант биргәнмен
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Ватан алдында ант биреү – һалдат өсөн иң иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс ваҡиғаларҙың береһе. Тәрәндән уйлап ҡараһаң, илебеҙҙең тарихында күпме етәкселек алмашынған, дәүләтебеҙҙең ҡоролошо борон нисек булған да хәҙер ҡайһылай. Бер нисә тапҡыр хәрби анттың тексына өҫтәмәләр ҙә ингән, әммә йөкмәткеһе һис үҙгәрмәгән. Элекке шикелле бөгөн дә ул Ватанға тоғро хеҙмәт итеүгә ҡайтып ҡала. 
... Хәрби часҡа аяҡ баҫыуыбыҙға бер ай тирәһе үтеүгә, алда көтөләсәк күңелле тантана тураһында белдерҙеләр. “Киләһе аҙнаның дүшәмбеһендә ант ҡабул итәсәкһегеҙ, уға әҙерлек бөгөндән башланды, тип уйлағыҙ. Байрамда атай-әсәйегеҙ йәки яҡын туғандарығыҙ ҙа ҡатнаша ала, саҡырыу ҡағыҙы буйынса исемлек төҙөләсәк”, – тине рота командиры майор Леонид Табаков.]]></description>