Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булды. Бында ул 1-се ҡала дауаханаһының яңы хирургия бүлексәһен асыу тантанаһында ҡатнашты, ошо төбәктәге “Өйәҙе-Тау” тау саңғыһы комплексының инфраструктураһы менән танышты.
1-се ҡала дауаханаһының хирургия бүлексәһе бынан өс йыл элек яңыртыла башлағайны. Уның заманса яңы бинаһын төҙөүгә ҡала һәм республика бюджеттарынан барлығы 156 миллион 450 мең һум аҡса бүленгән. Подрядсыларҙың тырышлығы менән медицина хеҙмәткәрҙәренең күптәнге хыялы, ниһайәт, тормошҡа ашты. Республиканың көнбайыш төбәгендә бындай мөһабәт медицина объекттары төҙөлгәне юҡ ине әле.

Ком: 0 // Уҡынылар: 4 тапҡыр // Тотош уҡырға