Рух асылыҒүмере буйы Туған телем – рухи асылым тип көсөргәнешле ғилем баҫҡыстарынан күтәрелеп, һүҙ тылсымын асҡан ғалим-педагог, уҡыу йылдарында үҙенә ылыҡтырып өлгөргән Вәли Шәғәли улы Псәнчин хаҡында кәлимә әйтмәксемен. Күренекле телсе-ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Вәли Шәғәли улы Псәнчиндең тормошо һәм ғилем юлы күптәргә үрнәк булырлыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 8 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡөрьәнде тәржемә итеүҙә өлөшө ҙурҒүмер – йондоҙ атылыуына тиң ара, тиҙәр. Бер кеше лә үҙенә йәшәү өсөн күпме ваҡыт бирелгәнен белмәй, әммә һәр кемдең бурысы – ошо арауыҡты лайыҡлы үтеү, яҡты эҙ ҡалдырыу. Ғүмер оҙонлоғо әҙәм балаһының башҡарған эштәре, өлгәшкән ҡаҙаныштары, башҡалар күңелендә урын биләү-биләмәүе менән баһаланалыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 14 тапҡыр // Тотош уҡырға
ҠЫҘЫЛ ПАРТИЗАН МАЛАЙЫДнепр янындағы һәм уны аша сыҡҡандағы хәл иткес һуғыштар ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2438 яугиргә Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелә. Уларҙың алтмыш етеһе — Башҡортостан вәкиле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кинйәбулатовса афоризмдарЯҡташым, замандашым, ҡәләмдәшем Ирек Кинйәбулатов менән 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға кергән көндән башлап тиҫтәләрсә йыл аралашып йәшәнек. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең иң әүҙем ағзалары булдыҡ. Гәзит-журнал редакцияларына бергәләп юлдар һалдыҡ.
Икебеҙ ҙә атайһыҙ үҫкән малайҙар. Бала саҡта тормоштоң әсеһен-сөсөһөн етерлек татыған үҫмерҙәрҙе Башҡорт дәүләт университеты, тәрән белем биреп, оло тормош юлына алып сыҡты. Ә инде нәшриәттә китаптарыбыҙ донъя күрә башлағас, уларҙы бер-беребеҙгә бүләк итештек. Китапханамда Иректең тиҫтәләгән китабы урын алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фән донъяһының мәшһүр эшмәкәреБашҡортостан юлдаш телевидениеһы, республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап, бик ҡыҙыҡлы проекттарҙы бойомға ашыра башланы. Шуларҙың береһе — “Башҡортостандың 100 шәхесе” тигәне — бик күп тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп иткәндер, тип уйлайым. Ошо шәхестәр араһында республикабыҙҙың бүтән атаҡлы кешеләре менән бер рәттән данлыҡлы нефтсе-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзиндең исеме лә хаҡлы рәүештә урын алған. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл, сөнки уларҙың илебеҙ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәте өсөн фиҙакәр хеҙмәте күптәребеҙ өсөн өлгө булырҙай, фәһем алырҙай күркәм тормош юлы менән киң йәмәғәтселекте таныштырыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ерҙең тартыу көсөн тойоп...Башҡортостандың халыҡ шағиры, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевтың фани донъя сиктәрен уҙып баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә йылдан ашыу ғүмер үтеп китте. Көҙҙөң тейһәң сылтырап ҡойолоп китерҙәй ап-аяҙ сыуағында ер ҡуйынына ингән ҡәләмдәшебеҙ өҫтөнә йөрәк тибеше менән йылытылған ус-ус тупраҡты һалдыҡ. Бер уйлаһаң, баҡыйлыҡ менән фанилыҡты айырып торған сик тә ошо сентябрҙең гәлсәр сыуағындай бик йоҡа, бик нескә бит: бөгөн беҙ — хушлашыусы, иртәгә — үҙебеҙ оҙатылыусы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юғары мәҙәнилек өлгөһөДанир ағайға мин ғәҙәти кешегә ҡарата булған мөнәсәбәт кенә түгел, ә үҙенә күрә айырым туғанлыҡ тойғоһо кисерә инем, сөнки 1951–1955 йылдарҙа ағайым Зөбә­йер менән Темәс педагогия училищеһында уҡып, уның ятағы тар булғанға, бергә фатирҙа йәшәп, ҡайһы саҡ бер карауатта йоҡлап йөрөнөләр. Мин, ул ваҡытта ун йәшлек үҫмер, 70 саҡрым алыҫлыҡтағы Йомаш ауылынан санаға егелгән ат менән уларға аҙыҡ-түлек, төрлө кәрәк-яраҡ ташыным, үҙҙәрен дә йөрөттөм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 104 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәңге һүнмәҫ йондоҙобоҙ һинҮҙемде белә башлағандан алып бөтә ғүмерем Данир ағайыма бәйләнгән. Биш ҡыҙ араһында бер бөртөк малай ине ул. Әсәйем, атайым уны төрлө яҡтан камил итеп үҫтерергә тырышты. Өй эсендә китаптар ҙа, патефон, скрипка ла булды. Күп уҡыны, бала саҡтан уҡ китапханала юғалды, Темәс педагогия училищеһында уҡығанда физика лабораторияһында эшләне. Училищены уңышлы тамамланы. Яҙмыш һеңлеләрен, Гөлйыһан, Гөлшат, Роза исемле ҡыҙҙарҙы, уның юлынан алып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 71 тапҡыр // Тотош уҡырға
Данир Камалетдин улы Үзбәков. Башҡарған эштәре, киң белемлелеге, кешеләргә тоғро мөнәсәбәте менән халыҡ ихтирамын ҡаҙанған абруйлы шәхестәребеҙҙең береһе. Бар булмышы менән һоҡланғыс кеше. Матур ғаилә башлығы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағайымды юҡһынамҠарлы-буранлы февраль айында иң ҡәҙерле кешебеҙ – ағайыбыҙ Данир Камалетдин улының арабыҙҙан китеүенә бер йыл булып та китте. Был көтөлмәгән ҡара ҡайғыны кисереү беҙҙең барыбыҙ өсөн дә бик ауыр булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 90 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12 Алға
Бит башына


Здесь, на официальном сайте дилера вы узнаете всю информацию о шкоде суперб спортлайн 2017 года. | Где найти фольксваген поло в наличии узнай на сайте официального дилера VW Центр.