Өфөләге Конгресс-холда үткәрелгән “Путиндан башҡа һайларлыҡ кеше бармы?” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостандың дәүләт власы органдары, сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, политологтар, ғалимдар, Рәсәй сәйәсәте мәктәбе тыңлаусылары ҡатнашты. Сарала Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путин программаһының ыңғай яҡтары билдәләнде, проблемалар тураһында ла әйтелде.
Владимир Путинды Башҡортостанда ижтимағи яҡлау буйынса Халыҡ штабы етәксеһе политолог Альберт Мифтахов әйтеүенсә, кандидаттың мәҡәләһен программа белдереүе булараҡ ҡарарға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 6 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала “Йылмайыуың менән бүлеш!” фотоконкурсы башланды. Ул “Мәғариф. Фән. Карьера-2012” күргәҙмәһе сиктәрендә үтәсәк.
Конкурста 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Төрлө жанрҙағы өс фото ебәрергә мөмкин. Эштәр 16 мартҡа тиклем “Фотоконкурс!” билдәһе менән onk@bvkexpo.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 5 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл ҡыш ҡар наҡыҫыраҡ булды. Был ауыл хужалығына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Республика баҫыуҙарында ужымдың торошо нисек – бөгөн бик күптәрҙе ошо һорау борсой. Уға яуап эҙләп Ауыл хужалығы министрлығы үҫемлекселек буйынса бүлегенең баш агрономы Таһирйән МӨХӘМӘТЗИЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Ул беҙгә бына нимәләр һөйләне:
– Быйыл республикала бөтәһе 476 609 гектарҙа ужым культуралары сәселде. Шуның 306 мең гектарында – арыш, 104,5 мең гектарында – ужым бойҙайы, 20 мең гектарында – третикале, ҡалған майҙанда башҡа төрлө ужым культуралары урын алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Армиянан ҡайтҡан егеттәргә нисек эш табырға? Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә фатир урынына ятаҡтан бүлмә бирелгән осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Янғындан матди зыян күреүселәргә ниндәй ярҙам ҡаралған? Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Ижтимағи электрон гәзит” ойошторған онлайн- конференцияла ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе.
Конференцияла Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында инвалид балалар мәнфәғәтендә башҡарыласаҡ ҡайһы бер эштәр хаҡында әйтелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телебеҙҙе беҙ, башҡорттар, үҙебеҙ боҙабыҙ. Башҡа милләт кешеһе башҡортса өйрәнеп, дөрөҫ һөйләмәһә, ғәйеп юҡ, тимәк, өйрәнеп етмәгән, теләге булһа, артабан үҙләштерер, белер. Әйткәндәй, башҡорт телен “һыу кеүек эскән” урыҫтар Башҡортостанда, бигерәк тә уның көньяҡ-көнсығышында (Бөрйән, Баймаҡ, Белорет һәм башҡа райондарҙа) байтаҡ.
Ә беҙгә үҙ телебеҙҙе яҡшы белергә нимә ҡамасаулай һуң? Гәзиттәрҙә тел мәсьәләһенә арналған мәҡәләләр элек тә донъя күрә ине. Телгә битараф булмаған ғалимдар, ябай халыҡ әленән-әле үҙ ҡарашын белдереп торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 338 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ