Өфө дәүләт авиация техник университеты – республикала офицерҙар әҙерләүсе берҙән-бер уҡыу йорто. Бында йәштәрҙе хәрби һөнәрҙәргә өйрәтеү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла.
Уҡыу йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан “Йәгеҙ әле, егеттәр!” тигән конкурс уҙғарыу матур йолаға әүерелгән. Студенттарҙың быйылғы ярышын ҡарарға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе килде.
Республика етәксеһе, йәштәрҙе оло байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алма-Ата — Өфө поезы Башҡортостанға ҡарай елә. Вагондағы юлсылар күптән йоҡоға талған. Мине һәм Романы ғына йоҡо алмай. Һалдат хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡҡа юл алыуыбыҙ бит.
— Беләһеңме, — тип һүҙ башлай Рома, — ҡайтып барыуыма хатта ышанғы ла килмәй. Ҡайһы ваҡыт әсәйемде иҫән-һау килеш күрә алмам кеүек тойола ине...
Кешегә ҡул күтәреү түгел, ауыр һүҙ өндәшә алмаған, артыҡ йыуаш, әллә ни һөйләшеп бармаҫ егеткә тыуған ил алдындағы бурысын үтәү ныҡ ҡыйын булды шул. Ә хеҙмәт ҡанундары икенсе. Ауыр хәрби тормош, ҡатмарлы техниканы үҙләштереү — бер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 5 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Армия — тормош мәктәбе”. Шулай ти торғайныҡ заманында. Ҡайһы бер шуғыраҡ егеттәр “ҡойроғон” да өҫтәп ҡуйҙы: армия — һәйбәт тормош мәктәбе, ләкин уны ситтән тороп тамамлау хәйерлерәк. Кемгә нисек булғандыр, әммә мин ваҡытында хеҙмәт итеп ҡайтҡаныма һис үкенмәйем. Бөтә төр физик, әхлаҡи ауырлыҡтар “бабайлыҡ”, хәрби хеҙмәттә генә була торған тәртип-тәртипһеҙлектәре, үҙ-ара дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре (ундай эскерһеҙ дуҫлыҡты башҡа бер ҡайҙа ла күрмәнем), шатлыҡ-һөйөнөстәре, мәҙәк хәлдәре менән армия күңелдә ғүмерҙә лә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәлиә өләсәйем менән Әхмәҙинур олатайым, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып донъя көтә.
Өләсәйем — Әбйәлил районының Мишәр, ә олатайым Мәхмүт ауылында тыуып үҫкән. Йәш саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән. Бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан ҡәҙерлеләрем. Шуға улар тормоштоң ҡәҙерен белә, матур итеп йәшәй. Мал тәрбиәләйҙәр, баҡса үҫтерәләр. Өләсәйем йырларға, таҡмаҡ әйтергә ярата. Ҡайһы берҙәрен беҙ ҙә отоп алырға тырышабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2 тапҡыр // Тотош уҡырға
Минең ағайым — бейеүсе,
Һәләтле, бигерәк оҫта!
Туғанымдың сығыштары
Гел күмелә алҡышҡа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 338 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ