Дуҫтар! Бөгөн һеҙҙе Ейәнсура районының Сирғол мәктәбе уҡыусылары үҙ ауылы тарихы менән таныштырмаҡсы. Һүҙ — уларға.

Сирғол уҙамандың рухы иҫән

Ауылыбыҙға Сирғол исемле ҡарт нигеҙ һалған. Ул әүлиә булған, тиҙәр. Халыҡты алдағы көндә нимә көткәнен иҫкәртеп, тейешле сара күреп торған. Хатта ҡаҙаҡ баҫҡынсыларының яуын да алдан әйткән. Абруйы ифрат ҙур булған уның.
Сирғол ҡарт ҡатыны, улдары менән Мыйыҡ кисеүенең аръяғында йәшәгән. Былтырғы шәжәрә байрамы тап ошо яланда үтеүе менән фәһемле булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғаиләлә биш бала үҫтек: дүрт малай, бер ҡыҙ. Дүртебеҙ ҙә армия сафында хеҙмәт иттек. Мин Алыҫ Көнсығышҡа — Ҡытай сигенә — эләктем. Әлбиттә, ике йыл буйына күргән-кисергәндәр байтаҡ булды. Ана шул фәһем биргән ваҡиғаларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә тәҡдим итәм.

Иң ауыр йөк

1985 йыл. Еврей автономиялы округының Биробиджан ҡалаһында хәрби күнекмә үтеп, Уссури йылғаһы буйында ятҡан Бикин ҡалаһына (ҡала тимәһәң, хәтере ҡалыр) килдек. Беҙҙе заставаларға бүлеү ниәте менән плацҡа теҙеп ҡуйҙылар. Асфальтҡа заставаларҙың һаны яҙылған. Өлкән лейтенант исемлек уҡый, заставаңдың һанын әйтә һәм һин шунда барып баҫаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Славян халыҡтарының бер аҙналыҡ Масленица байрамы Өфөлә “Ҡоймаҡтан ауыҙ ит – бала ғүмерен ҡотҡар” тигән мәрхәмәтлек акцияһынан башланды. Сараның барышы менән танышыр өсөн Үҙәк универмагтағы “Сани” трактирына барҙыҡ.
– Әйҙәгеҙ, беҙҙең “мәрхәмәтлек ҡоймағы”н тәмләп ҡарағыҙ. Әсеткелә генә бешерҙек. Бер юлы Лизаға ла ярҙам итерһегеҙ, – тине баш ашнаҡсы Нажиә Заһиҙуллина һатып алыусыларға, стенала элеүле торған ҡыҙ бала һүрәтенә күрһәтеп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҙаҡламай йылы, йәмле яҙ етер. Уны шул тиклем ашҡынып, һағынып көтәм.
Яҙ еткәс, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыр. Улар беҙ яһаған ояларға инер, бала сығарыр. Ҡояш йылмайыу менән ағастарҙың бөрөһө тулышыр, үләндәр баш ҡалҡытыр, умырзая күҙҙәрен асыр... Ҡайһылай гүзәл миҙгел ул яҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 2 тапҡыр // Тотош уҡырға
Прапорщикка ҡорал нимәгә?
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында хәрби училищеларҙың береһендә булған хәл. Бер тәүлеккә дежур булып нарядҡа әҙерләнәләр. КПП (тикшереп үткәреү пункты) буйынса дежур офицер итеп был көндә фронтовик прапорщик тәғәйенләнә. Ашхана етәксеһе булып эшләгән оло йәштәрҙәге был ағай, устав буйынса ҡушылһа ла, үҙе менән бер ҡасан да пистолет алмай, имеш.
Развод башлана. Училище буйынса дежур итеп бында күптән түгел эшкә килгән майор тәғәйенләнә. “Мейе һөйәктәренәсә уставник”, тиҙәр ундайҙар тураһында. Сафтың алдынан үтеп барышлай ул прапорщиктың буш кобураһын күрә һәм:
Ком: 0 // Уҡынылар: 4 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 338 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ