Башҡорт рухлы Искәндәр“Кинйә улым Искәндәргә — бер йәш тә туғыҙ ай, — тип яҙа Баймаҡ ҡалаһынан Гөлнара Рәева. — Ул ағаһы Ирәндек менән апаһы Нургизәне шул тиклем ярата. Туғандарының мәктәптән, балалар баҡсаһынан ҡайтыуын ашҡынып көтөп ала.
Улыбыҙ Искәндәр бик рухлы ла: милли кейемен кейеп, башҡортса бейергә ярата. Был ваҡытта иң матур, дәртле көй яңғырарға тейеш. Башҡорт егете бит ул!”
Ком: 0 // Уҡынылар: 4 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡоштар ярҙам көтәБаҡсабыҙҙа балан, миләш, сейә, ҡарағат һәм башҡа ағас, ҡыуаҡ үҫә. Емештәре менән төрлө ҡоштар туйына. Мәҫәлән, миләште турғайҙар ашап бөтөрөп китте.
Һуңғы ваҡытта көндәр бик һыуынғас, туғаным Юнир баҡсаға эйәләшкән ҡарабаш турғайҙар өсөн өс литрлыҡ банканы, эсенә көнбағыш орлоғо һалып, балан ботағына ҡырынайтып элеп ҡуйҙы. Ҡоштар, өйрәнеп алһа, емде банканың эсенә үк инеп алып сыға башлай. Унан, ботаҡҡа ултырып, көнбағыштың ҡабығын суҡып яралар, емеше менән туйыналар.
Үҙебеҙҙең буҙ турғайҙарға икмәк, май валсыҡтары, тары ярмаһы кәрәк. Улар ҙа һуңғы ваҡытта банка эсенә инергә өйрәнеп алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2 тапҡыр // Тотош уҡырға
24 февралдә Өфөлә I медицина ассамблеяһы асыла
Быйыл Милли медицина палатаһы етәксеһе Леонид Рошаль республикабыҙға сәфәре барышында медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейешле норматив акттар эшләүҙә ҡатнашырлыҡ структура кәрәклеген белдергәйне. Медицина палатаһы ошондай структураға әүерелә алыр ине, тигән фекерен дә еткерҙе ул.
Киң билдәле балалар хирургының төбәктә медицина палатаһы ойоштороу тураһындағы тәҡдимен Президент Рөстәм Хәмитов та, табиптар ҙа хупланы. Медицина берләшмәһенең тәүге съезын оҙаҡҡа һуҙмай үткәрергә ҡарар ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Российская газета”ла ил президентлығына кандидат Владимир Путиндың “Көслө булыу: Рәсәй өсөн милли именлек гарантиялары” тигән алтынсы программа мәҡәләһе донъя күрҙе. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев был сығыштың тышҡы сәйәси киңлектә Рәсәйҙең позицияһын нығытыу өсөн көнүҙәк булыуын билдәләне.
— Әлегә тиклем донъя күргән мәҡәләләрендә Владимир Путин, нигеҙҙә, киләһе йылдарҙа илде социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләренә ҡағылғайны, — тине республика парламенты етәксеһе. — Ләкин билдәләп үтелгәндәрҙең барыһын тормошҡа ашырыу өсөн тышҡы сәйәси мөхиттә Рәсәйҙең дәүләт суверенитетын нығытыу ҙа талап ителә. Ҡеүәтле һәм заманса армия ярҙамында илде яҡларлыҡ мөмкинлегебеҙ булғанда ғына беҙ халыҡ-ара абруйҙы көсәйтә, граждандар йәмғиәтен үҫтерә, социаль-иҡтисади пландарыбыҙҙы бойомға ашыра аласаҡбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 7 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҙурайғас, төҙөүсе буласаҡмын. Әле Өфөләге, ауылдағы яңы йорттарҙы ҡарап йөрөйөм, үҙебеҙҙең өйҙөң төҙөлөшөн өйрәнәм. Ҡайһылайыраҡ матур килеп сығыр ине икән, тип төрлө һүрәт төшөрәм.
Шәп төҙөүсе булыр өсөн мәктәптә, унан юғары уҡыу йортонда яҡшы белем алырға кәрәк.
Тәүҙә, әлбиттә, ябай төҙөүсе булырмын. Тырышып эшләп, директор булып китермен. Етәксе кеше халыҡты уйларға тейеш, ти әсәйем менән атайым. Шуға ла мин төҙөгән һәр йорттоң бүлмәләре иркен, яҡты буласаҡ. Бәләкәстәргә, өлкәндәргә еңел булһын өсөн яҡшы лифттар ҡуясаҡмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 338 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ