Үтте һуғыш, ҡалды һағыш
Ололар күңелендә.
Ҡабат болалар булмаһын,
Тип теләй улар көн дә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 42 тапҡыр // Тотош уҡырға
Килеп етте һыуыҡ ҡыш —
Шундай матур инде тыш!
Елбәҙәкләп ҡар яуа,
Һулап туймаҫлыҡ һауа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 45 тапҡыр // Тотош уҡырға
Буран яман ҡотора,
Әсе еле һыҙғыра.
Танау, ҡолағыңды һаҡла —
Һә тигәнсе туңдыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белгәнемде оноттом —
Бына хәтер тигәнең!
“Икеле” алдым дәрестә —
Әсәй-атай тиргәне.
— Етте! — тине әсәйем,
— Етте! — тине атайым. —
Һөнәрбашты бөгөндән
Берәйһенә һатайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Мөхәррәм Булатов — минең ҡартатайым. Уға күптән түгел 75 йәш тулды. Ҡәҙерлемдең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ул өс йәшенән өләсәһендә, аҙаҡ балалар йортонда тәрбиәләнә. Тырышып уҡый.
Мәктәптән һуң олатайым армияла хеҙмәт итә. Ауылға ҡайтҡас, физкультура, хеҙмәт дәрестәренән уҡыта башлай. Балалар уны бик ярата, дәрестәрен көтөп ала.
Аҙаҡ олатайым, юғары уҡыу йортон тамамлап, тарихтан белем биреүгә күсә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 248 249 250 251 252 253 254 255 256 ... 338 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ