Һүҙ — тәрбиә сығанағы. Уны һөйләгәндә генә түгел, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланғанда ла бик һаҡ булыу мөһим тип иҫәпләйем.
Милли матбуғат баҫмаларында һәйбәт хикәйә, повестар донъя күреп тора. Әммә уларҙың авторҙары урыҫ һүҙҙәрен мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланһын, диалектизмдарға аңлатма биреп китһен ине. Мәктәп программаһына ингән башҡорт әҫәрҙәрендәге ҡайһы бер һүҙҙәрҙе нормаға ярашлы мәғәнәһе менән алмаштырыу кәрәктер. Мәҫәлән, бисә-сәсәне ҡатын-ҡыҙ тип алыу һәйбәтерәк бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 13 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзитен даими уҡып барам. Уның быйылғы 11-се һанындағы “Телгенәм — бергенәм” махсус битендә донъя күргән “Халыҡҡа хөрмәт телмәрҙә сағыла” тигән мәҡәлә (авторы — Рәшит Үтәев) күңелгә айырыуса хуш килде.
Ҡатыным менән мин дә “Байыҡ”, “Башҡорт йыры” тапшырыуҙарын яратып ҡарайбыҙ. Был проекттарҙы уйлап тапҡаны, тормошҡа ашырғаны өсөн Рита Өмөтбаеваға ҙур рәхмәт!
Ком: 0 // Уҡынылар: 10 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт телен һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ икән, тәү сиратта әҙәбиәтте киң даирәлә танытырға тейешбеҙ. Заманса технологиялар был йәһәттән ҙур мөмкинлектәр аса.
Туған телде үҫтереү өсөн башҡа телдәрҙе лә үҙләштереү мөһим. Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының Көнсығыш телдәре кафедраһы тап ошо маҡсатта асылғайны. Студенттарыбыҙ төрөк, ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәнеп кенә ҡалмай, ә был халыҡтарҙың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, географияһын, тарихын да үҙләштерә. Уларҙың ҡайһы берҙәренең йәшәгән ерендә практика үтеү мөмкинлеген дә бирәбеҙ. Уҡытыу программаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә төп урын бирелгән — алдан әйтеп үткәнемсә, сит телгә, мәҙәниәткә ихтирам тап әсә теле аша һалына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 10 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы ваҡытта баҫма матбуғатта, телевидение тапшырыуҙарында туған тел хаҡында сығыштар йышая төштө. Был — үтә ҡыуаныслы хәл.
Республикабыҙҙың рәсми исеме “Башҡортостан Республикаһы” тип Конституциябыҙ менән нығытылып ҡуйыуына ҡарамаҫтан, был атаманың тупаҫ боҙолоуы хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә һүҙ булғайны инде. Был йәһәттән күршеләребеҙҙән өлгө алырға кәрәк — улар бер ваҡытта ла “Татария” һүҙенә юл ҡуймай.
Шул уҡ ваҡытта “Башҡортостан” һүҙендәге икенсе “о” хәрефенең бер кәрәген тапмайым. Урыҫ грамматикаһының ҡағиҙәһенә таянып, ике һүҙҙе “о” менән бәйләп ҡуйғанбыҙ. Минеңсә, республикабыҙҙың исеме Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек бәйләүесһеҙ яҙылырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 8 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡҡа юл төшкәс, хәлен беләйек тип, оҙаҡ йылдар бергә ҡатышып йәшәгән Фариза апайға инеп сығырға булдыҡ.
— Маҡтап йөрөйһөгөҙ, — тип тышҡа уҡ сығып ҡаршы алды апайыбыҙ. — Ашҡа ултырырға ғына йөрөй инек. Татарстандан бер туған ҡустым ҡунаҡҡа килгән. Әйҙә, әйҙә, инегеҙ.
Хәл-әхүәл һорашып, танышып алғас, һөйләшеп киттек. Еңгәй ҙә, ҡырҡ йәшкә етеп килгән, әле өйләнмәгән улы ла татарса һөйләшә. Ағай ҙа ҡайһы бер һүҙҙәрҙе татарсараҡ итеп әйтеп ҡуя. “Еңгәй, ярай, татар ҡыҙы. Ҡусты ла мәктәптә әсәһе телендә уҡығандыр. Ә Рәфҡәт ағай ниңә тыуған илендә үҙенең бәҫен төшөрөп ултыра икән?” — тип уйлап ҡуйҙым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 14 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 338 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ