Һалдат тормошо тәртиптән башлана Нисек икән ул ысын армияла хеҙмәт итеү? Был һорау ҡатын-ҡыҙҙың күпселеген һәм төрлө сәбәптәр буйынса хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-атты бик ҡыҙыҡһындыра. Журналист танытмаһының мөғжизәүи көсө бар — күптәр өсөн бикле урындарға ла инеп була уның менән. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уны хәрби бинаға үтеү маҡсатында тағы бер мәртәбә һынаныҡ.
“Армияға эләгеү” һис еңел булмай сыҡты. Өфөләге Затон биҫтәһендә урынлашҡан 6795-се ғәскәри часҡа инеү өсөн, алдан һөйләшеп килешһәк тә, әллә нисәмә һаҡ аша үтергә тура килде. Эскә лә оҙатып йөрөүсе менән генә инәбеҙ. Был аңлашыла ла: әлеге часть — стратегик билдәләнештәге объект бит.
Ҡыҙыҡһынып, бар нәмәне күреп ҡалырға тырышып, тирә-яҡҡа ҡараусы минән айырмалы, ваҡытында хәрби хеҙмәт үткән фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов өсөн бында яңылыҡ юҡ та кеүек. Һынын туп-тура тотоп һаҡта тороусыларҙы, йәшел хәрби кейемдә иҙән йыуып йөрөүселәрҙе, күмәкләшеп йүгереп үтеп китеүселәрҙе ауыҙ асып күҙәтһәм дә, уның өсөн был ғәҙәти армия тормошо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 16 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмере көрәштә үтте21 февралдә Алыҫ Көнсығыштағы, Монголиялағы яуҙарҙа, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман Мөхәмәт Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулды. Уның тормош юлы үҙе үк ҙур батырлыҡҡа тиң.
Боронғо башҡорт ауылы Йомран-Ибраһимда (әле Ҡырмыҫҡалы районына ҡарай) донъяға килә ул. Ата-әсәһе тәүге балаларына, ауылдашы һәм туғаны Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың хөрмәтенә, Мөхәмәт тип исем ҡуша.
Малай ифрат теремек, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Яҡшы уҡый. Мәктәпте тамамлағас, Йоматау ауыл хужалығы техникумында белем алып, баш агрономдың ярҙамсыһы булып эш башлай. Ауылдарҙа колхоз ойоштороу буйынса агитация алып барыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Бер аҙҙан яҙмыш елдәре Мөхәмәт Ибраһимовты Ленинград тарафтарына илтә. Бында ул, махсус курс үтеп, малсылыҡ белгестәре берекмәһендә эш тәжрибәһе туплай. Унан кире Өфөгә ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 10 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бар ине шәп саҡтар! Университетты тамамлағас, Совет Армияһы офицеры булараҡ, Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт иттем. Беҙҙең часть туғандаш (ул ваҡытта, ысынлап та, шулай ине) Польша ерендә урынлашҡайны. Заманында СССР тип аталған бөйөк илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан да, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар байтаҡ ине унда. Яҡташтарым айырыуса шәп егеттәр иҫәбендә булды: үҙҙәре көслө һәм ҡыйыу, аҡыллы һәм тәртипле. Мин уларҙың береһен, Туймазы районы егете сержант Раян Баһауетдиновты, ҙур теләк менән үҙемә ярҙамсы — автовзвод командиры урынбаҫары — итеп алдым. Раян да, башҡа хәрбиҙәр ҙә хеҙмәттә һынатманы; күнекмәләрҙә шартлы “дошман”ды гелән еңеп сыға инек.
Подразделениемдағы ошондай һоҡланғыс егеттәр хаҡында шул осорҙа шиғыр яҙғайным.
Ком: 0 // Уҡынылар: 9 тапҡыр // Тотош уҡырға
Диңгеҙ тәме һаман тел осомдаХәҙер нисектер, ә беҙ, ауыл малайҙары, бәләкәйҙән моряк булырға, диңгеҙ-океандарҙы айҡарға хыялландыҡ. Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәрҙең кейеме генә ни тора ине! Хәйер, заманы ла шундай булғандыр. Ул саҡта бит хәрби хеҙмәт үтмәгәндәрҙе ысынлап та һанламанылар. Хатта ир ҡорона еткән уҙамандарҙың: “Һин дары еҫкәмәгәнһең”, — тип, армияла булмағандарға түбәнһетеп ҡарағаны хәтерҙә.
Ә армияға саҡырыу ҡағыҙы алып та, төрлө сәбәп менән Өфөнән кире бороп ҡайтарһалар? Ғәрлеге ни тора! Шулай кире ҡайтарып ебәргәстәр, бер ауылдашымдың, кешенән оялып, ҡараңғы төшкәнсе ауыл осондағы кукуруз баҫыуында ятҡанын әле лә һөйләйҙәр. Шуға хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, мине лә бер уй борсоно: кире генә бора күрмәһендәр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 8 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыу аҫтынан караптарҙы күтәргәнБалтик диңгеҙе буйындағы йәшерен базала алты йыл хеҙмәт иткән Мәғҙәнур ағай Вәлиевтең замандаштарына, айырыуса йәштәргә һөйләрлек хәтирәләре күп. Тик ул иҫтәлек дәфтәрен һәр кемгә аса һалып бармай. Флотта диңгеҙ төпкөлөнә сумыусы булып хеҙмәт иткәнен, махсус хәрби йөкләмәләрҙе үтәүҙә ҡатнашҡанын ҡайһы бер яҡын кешеләре лә белмәй торғандыр.
— Ярты быуаттан ашыу һаҡлаған серҙе бөгөн асырға ла була, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Мәғҙәнур ағай. — 50-се йылдар башында тәрәнгә сумыусылар төркөмө флотта берәү генә ине, аҙаҡ ҡына Владивостокта икенсеһен астылар. Беләһеңме, беҙ диңгеҙ төбөнән тиҫтәләгән карапты күтәрҙек. Һуғыш ваҡытында немецтар, портты бомбаға тотоп, күп судноны батырған. Ҡом тулған крейсерҙарҙа кеше һөйәктәрен дә аҙ күрмәнек. Ә күпме хәрби самолетты Балтик диңгеҙе төбөнән сығарыуҙа ҡатнаштым!
Ком: 0 // Уҡынылар: 4 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 82 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ