Яңы алымдарға өҫтөнлөк бирелде“Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе быйыл 15 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо дәүерҙә унда бер мең ярымдан ашыу педагог ҡатнашҡан. Быйылғы конкурста иһә 52 уҡытыусы үҙ көсөн һынаны.
Сара ике турҙа булды. Тәүгеһендә ҡатнашҡандар үҙе төҙөгән педагогик проекттың исем туйын, таныш булмаған класта дәрес һәм класс сәғәте үткәрҙе. Икенсе турға сыҡҡандар иһә, лекция һөйләп, фекер алышыуҙа ҡатнашып, һөнәри оҫталығын күрһәтте.
Быйыл педагогтарға заманса мәғлүмәт технологияһын ҡуллана белеү кимәлен күрһәтеү мөмкинлеге лә асылды — конкурсҡа “Иң яҡшы интернет-проект” тигән яңы номинация өҫтәлде.
— Һынауҙы һәр уҡытыусы лайыҡлы үтте, — тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ: “Студенттарыбыҙ — иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ, иң ҡәҙерле байлығыбыҙ”Академияның абруйы — йәшендә генә түгел, ә эшмәкәрлегендә. Башҡа вуздарҙан айырмалы, академияның уҡыусылары — уҡытыусылар. Ә рухлы, тәрән белемле, заман талабына яуап бирерлек уҡытыусылар әҙерләү тәү сиратта уҡыу йортоноң эшмәкәрлегенә ҡайтып ҡала түгелме ни? Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры, физика-математика фәндәре кандидаты Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
— Илгиз Раян улы, заманында педагогия училищелары базаһында башланғыс алған уҡыу йортон бөгөн үҙ йөҙө, үҙ йүнәлеше булған академия тип беләбеҙ. Билдәле, ҡаҙаныштар, уңыштар бер көн эсендә генә яуланмаған. Ә шулай ҙа академияның абруйын нисек баһалайһығыҙ?
— Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының баһаһын студенттар билдәләй. Бөгөн академия үҙенең абруйын, педагогик, фәнни һәм ижади ҡеүәтен һаҡлап ҡына ҡалмай, өҙлөкһөҙ үҫешә, һәр яҡтан камиллаша, яңынан-яңы тәжрибәләр туплай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, әле Рәсәй халҡының 85 проценты балаларын юғары белемле итеп күрергә теләй. Һөҙөмтәлә урта һөнәри белем биреү учреждениеларына уҡырға инеүселәр йылдан-йыл кәмей. Шул уҡ ваҡытта иҡтисадыбыҙ элеккесә юғары квалификациялы эшселәргә һәм белгестәргә мохтаж.
— Ҡырҡыу проблеманы хәл итеү өсөн колледж дипломының баһаһын күтәреү мөһим, — тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов. — Мәктәп, юғары уҡыу йорттары менән һәр саҡ эшләйбеҙ, ә төп эшсе көстө әҙерләүсе урта һөнәри белем биреү гел иғтибарҙан ситтә ҡала. Асылда иһә был учреждениелар юғары мөмкинлеккә эйә. Мәҫәлән, уларҙың араһында “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектының белем биреүҙә яңыса алымдар ҡулланыу буйынса федераль конкурстарында еңеүселәр бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 17 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала күңелен тоя беләЙәш уҡытыусы Зәйтүнә Әбделмәнова Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылының урта мәктәбендә балаларға өсөнсө йыл белем бирә. Уҡытыусы эшенең ни тиклем яуаплылыҡ талап иткәнен һәм ҡатмарлылығын ул хәҙер бөтә тәрәнлегендә аңлай.
Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Ә бына балаларға белем биреү тағы ла ауырыраҡ икәнен һәр уҡытыусы үҙе генә белә торғандыр. Төрлө мөхиттә үҫкән, холҡо менән дә ҡырҡа айырылған һәм йыш ҡына урынында ултырып түҙмәгән балаларҙы тыңлата белеү генә түгел, ғилем серҙәренә төшөндөрөргә лә кәрәк бит әле!
Зәйтүнә Әбделмәнова – күрше Йыланыш ауылы ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағас, ауылға уҡытыусы булып ҡайтырға ҡарар итә. Уға башланғыс класс балаларын ышанып тапшыралар. Йәш мөғәллимә һынатмай, дәртләнеп эшкә тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусы булып тыуаларБәйгеләрҙә сапҡан ярһыу аттай,
Һис тә тынмай изге йөрәгең.
Ҙур хеҙмәттә үтә тормош юлың,
Балаларың — оло терәгең.
Ошо шиғыр юлдарындағылай иҫ белгәндән бирле бер минут та тыныслыҡ белмәгән изге йөрәкле Гөлсәсәк Тураева хаҡында һорашҡас, “Ә-ә, теге Яманһарының Гөлсәсәген әйтәһеңме, ҡаратырыш, шул хәтлем ныҡыш бит ул. Һис арыу белмәй, әллә таштан яралған инде”, — тигәйнеләр. Уйынлы-ысынлы әйтелгән был һүҙҙәрҙең хаҡлығына былтыр “Йыл уҡытыусыһы”на әҙерлек мәлендә ныҡлап ышандым.
Ғаиләлә бер-бер артлы үҫеп килгән туғыҙ бала... Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, ауыл тормошоноң иртәнге ҡараңғынан кискә тиклем бөтмәҫ эше... Йәштән ҡул араһына кереп үҫә Гөлсәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ