Республикала “Йылмайыуың менән бүлеш!” фотоконкурсы башланды. Ул “Мәғариф. Фән. Карьера-2012” күргәҙмәһе сиктәрендә үтәсәк.
Конкурста 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Төрлө жанрҙағы өс фото ебәрергә мөмкин. Эштәр 16 мартҡа тиклем “Фотоконкурс!” билдәһе менән onk@bvkexpo.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 5 тапҡыр // Тотош уҡырға
Германияның Майндағы Франкфрут ҡалаһындағы халыҡ-ара аэропортта хеҙмәткәрҙәрҙең эште туҡтатыуы арҡаһында меңәрләгән пассажир сәфәрен кисектереп торорға мәжбүр. Авиадиспетчерҙар эшкә сыҡмаған. Һуңғы тәүлектә 150 рейсты тотҡарлағандар.
Аэропорт хеҙмәткәрҙәре әле эш биреүселәр менән уртаҡ фекергә килә алмай. Улар хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы, эш сәғәтен ҡыҫҡартыуҙы талап итә, ҡуйылған шарттар үтәлгәс кенә эшкә сығасаҡтарын белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2 тапҡыр // Тотош уҡырға
Азов диңгеҙенең Темрюк порты районында боҙ ҡапҡанына эләккән судноларҙы ҡотҡарыу буйынса операция дауам итә. Боҙ ярыусылар караптарға асыҡ диңгеҙгә сығыу өсөн юл асасаҡ. Әле ҡотҡарыусылар экипаждарҙы вертолет ярҙамында аҙыҡ-түлек һәм һыу менән тәьмин итә.
Азов диңгеҙе ғәҙәттән тыш һыуыҡтар арҡаһында тулыһынса тиерлек боҙ менән ҡапланған. Урындағы халыҡ бындай хәлдең илле йыл элек булыуын билдәләй. Боҙ тотҡонона эләгеүселәр араһында Танзания, Мальта, Камбоджа, Панама илдәренең караптары бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 4 тапҡыр // Тотош уҡырға
Е. Поспелова исемендәге “Перспектива” вожатыйҙар әҙерләү үҙәге Башҡортостандың студенттар отрядтары штабы менән берлектә 6 мартҡа тиклем вожатыйҙар әҙерләү курстарына ғаризалар ҡабул итә башланы.
Бында уҡып сығыусылар республиканың һәм Рәсәй төбәктәренең йәйге лагерҙарында, үҙәктәрендә вожатый, тәрбиәсе, физкультура буйынса инструктор, түңәрәк етәксеһе булып эшкә урынлашыу мөмкинлегенә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 6 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса ярыш үтте. Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары вәкилдәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы призы өсөн көс һынашты.
Командалар араһында беренселекте ейәнсуралар яуланы, икенсе урынға хәйбуллалар сыҡты, өсөнсө урынды йылайырҙар алды. Сарала ҡатнашҡан 16 мәктәпкә лә көрәш келәмдәре тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 45 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ