Көйөнмәйек, һөйөнәйек!Әле тышта февраль хакимлыҡ итә. Аяҙ ваҡытта ҡояш көләсерәк ҡарай, тимәк, яҙ һулышы һиҙелә. Һөйөнөргә ерлек етерлек кеүек, әммә тап ошо миҙгелдә күп кеше күңел төшөнкөлөгө, урынһыҙ борсолоу кисерә. Табиптар быны организмдың ҡышҡы арыуы менән аңлата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 222 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш булып ҡалам тиһәң…Бөтә ҡатын-ҡыҙҙың да сәләмәт һәм матур булғыһы килә, әммә бының өсөн күптәрҙең артыҡ көс түгергә теләге һәм ваҡыты юҡ. Бөгөнгө һүҙебеҙ көньяҡ илдәрҙән килгән, тәү ҡарашҡа сәйер булып күренгән йога күнегеүҙәре хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 224 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин тормошҡа ғашиҡҠарап торһаң, эргәбеҙҙә һоҡланырлыҡ шәхестәр бихисап. Бөгөнгө һүҙ шундай кешеләрҙең береһе – Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова хаҡында. Ул – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты. Бына нимәләр һөйләне ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 276 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һин юҡта китәм…Башын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә кеше ҡулына ҡәләм ала икән. Гәзит-журналды күпләп алдырһам да, әлегәсә уҡыусы ғына инем. Ә бөгөн үҙем дә хат яҙырға ултырҙым. Кәңәш көтмәйем. Минең осраҡта уны биреп тә булмайҙыр. Күңелемде бушатып, яҙып булһа ла ауыр уйҙарымдан ҡотолғом килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 298 тапҡыр // Тотош уҡырға
Т. Миңнуллин һүҙҙәре,
Х. Дәүләтов көйө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 278 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беренсе иремдән айырылып, яңғыҙым йәшәп ятҡан осорҙа танышырға теләп, иғлан яҙғайным. Ул саҡта кешеләрҙең матур йәшәүенә һоҡланып, үҙемә лә шундай бәхет теләп, ҡулыма ҡәләм алғайным. Бик күп шылтыратыу булды…
Ком: 0 // Уҡынылар: 332 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй?Джентльмен һүҙе һеҙгә танышмы? Инглиз телендә ул тәү башлап “аристократ, мещан, аҡһөйәктәр затына ҡараған кеше” мәғәнәһендә ҡулланыла башлай. Бөгөнгө йәмғиәттә ысын джентльмендар бармы икән? Йәмәғәт транспортында урын биргән, гөлләмәләр бүләк иткән, ишек асып алдан үткәреүсе, үҙенең ҡатын-ҡыҙына ғына түгел, ә, ғөмүмән, бар гүзәл заттарға иғтибар күрһәтеүсе ир-уҙаман.
Был һорау ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үтә лә мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшел туйҙан ҡыҙылынаса...Никахҡа ингән көн – йәшел туй, йәшлек һәм мөхәббәт байрамы.
Бер йылдан – ситса туй. Ситсанан тегелгән әйбер бүләк итергә ярай.
Биш йыл – ағас туй. Ир менән ҡатын был көндә ағастан эшләнгән бүләк ҡабул итә.
Алты йыл – цинк туй. Цинк һауыт-һабаны ваҡыты-ваҡыты менән ялтыратып торған кеүек, парлап донъя көтөүселәрҙең мөнәсәбәтен дә яңыртыу кәрәклеген иҫкә төшөрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 290 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғриәттә – һөйөү хисеБашҡорт шиғриәтенең 1960 – 1990 йылдарҙағы үҫеш үҙенсәлектәрен баһалағанда билдәле әҙәбиәтсе-ғалим, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаев: “Һәр шиғриәттең үҫеш юлында кризис ваҡыттары, артылған бейеклектәр, түбән төшкән һикәлтәле күренештәре була.
Әле тикшерелгән осорҙа шиғриәт гел генә тура өҫкә үрләүсе тигеҙ юлдан барманы. Ләкин был юл барыбер ябай хәрәкәт кенә булманы, барлыҡ ҡаршылыҡ­тарына ҡарамаҫтан, ул, һис шикһеҙ, үҫеш тип нарыҡланырға тейеш”, – тип билдәләй (Бикбаев Р. Поэзия // Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. 6 т. Хәҙерге әҙәбиәт (1966 – 1994 йылдар). – Өфө: Китап, 1996. – 150-151-се бб.). Артабан ғалим ошо йылдарҙағы башҡорт поэзия­һының үҫешен бер төркөм шағир­ҙар исем­дәре менән бәйләй. Улар араһында шағирә, Рәсәй Феде­ра­цияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованы ла атай. Ул – “Яуа, яуа алтын япраҡтар” (1990), “Ҡабыр­саҡта” (1998), “Елгә ҡаршы” (2007), “Мин үҙеммен һаман” (2013) шиғри йыйынтыҡтар, “Серле төн” (1998) әкиәттәр йыйынтығы авторы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 319 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Ииий, әбейкәйемде, – тигән булып Нурийән ағай бала кеүек күҙҙәренә баҡҡан Ишбикә инәйҙең төймәләрен рәтләп элә. Үҙ алдарына һәүетемсә донъя көтөп ятҡан был ололарға һәйкәл ҡуйырлыҡ. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн…
Ком: 0 // Уҡынылар: 318 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 Алға
Бит башына