Асҡындарҙы “асып” ҡайттыҡ“Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондың нисек тормошҡа ашырылыуы республика Хөкүмәтенең, Мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының даими иғтибар үҙәгендә. Республика мәктәптәрендә дәүләт телдәре һәм туған телдәр нисек уҡытыла? Педагогтар етешәме? Дәреслек, методик әсбаптар яңыртыламы? Кабинеттар ни хәлдә? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты күптән түгел ойошторған бер рейдта беҙгә лә ҡатнашырға тура килде.
“Ҙ”, “ҫ” өндәре милләтте тарҡатһынмы?
“Рейд” тигәс тә, маҡсат мәғарифтан “сүп” эҙләү түгел, ә уға баһа биреү, уҡытыусыларға методик һәм рухи ярҙам күрһәтеү, милли рухты тойомлау ине. Беҙ юл тотҡан Асҡын районы — башҡорттар борондан төйәк иткән төбәк. Милли еребеҙҙә бөгөн кемдәр үҫә икән, тип ҡыҙыҡһыныу ҡатыш тулҡынланыу менән сыҡтыҡ сәфәргә.
Ком: 3 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәктә була торған төшөнсә телдә ҡайһылай бирелә?Был мәсьәләгә лә ата-бабабыҙ яуаплы ҡараған, киләсәктә була торған хәлде телдә бирер юлдарҙы күрһәткән, шул уҡ ваҡытта уйлап эш итер ерен дә ҡалдырған. Артабан берәмтекләп ҡарайыҡ, сөнки яҙғанда ла, һөйләгәндә лә иң күп хата киләсәк заман төшөнсәһен биргәндә яһала.
Билдәле булыуынса, киләсәк заман һөйләү мәленән һуң булған эште, ваҡиғаны, хәл-торошто белдерә. Башҡорт теленең үҙенсәлеген күрһәткән ғәжәп бер форма бар, ул — хәҙерге заман күрһәткесе һаналған -а/-ә, -й ялғауы. Был ялғау хәҙерге, киләсәк, хатта үткән заманды ла белдерә ала, сөнки беҙ һөйләгәндә, яҙғанда ҡайһылыр бер ваҡытты күҙ уңында тотабыҙ.
Ком: 4 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бәрәңгене ҡайтарырға ине” тигән мәҡәләмә (2012 йыл, 21 февраль) яуап итеп, Сибай ҡалаһынан Фәрит Әхмәров “Һеҙҙә — “бәрәңге”, беҙҙә “картуф” булһын” (2012 йыл, 16 март) тигән яҙмаһы менән сығыш яһаны. Яҙғандарыма өҫтәмә аңлатма бирергә ҡарар иттем.
Фәрит Әхмәровтың һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Һәр кешенең ата-бабаһы тарафынан быуаттар буйы һаҡланып килгән телендә һөйләшергә хоҡуғы бар. Бындай диалект һүҙҙәрен әҙәби әҫәрҙәрҙә лә йыш осратырға тура килә. Әйткәндәй, беҙҙең яҡташыбыҙ, күренекле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов үҙ ижадында ауылдаштарының үҙенсәлекле һөйләшен оҫта файҙалана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзитендә ғалимдарыбыҙ Миңһылыу Усманова менән Әхмәр Аҙнабаевтың “асыҡ дәрес” үткәрә башлауы эшмәкәрлегемдә ҙур ярҙам булды.
Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән бишенсе йыл уҡытам. Педагогия университетынан һуң мәктәпкә эшкә килгәс, ҡайһы бер дәреслектәрҙең, методик әсбаптарҙың белемемә тап килмәүен асыҡланым. Бының тәүге сәбәбе, әлбиттә, китаптарҙың иҫкелегендә. Шулай уҡ авторҙар ҙа төрлө. Пунктуация, орфография ҡағиҙәләрен уҡыусыға нисек итеп аңлатырға? Үҙемдең белгәнем буйынсамы, әллә иҫке дәреслектәнме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Телгенәм-бергенәм” махсус битендә Ф. Юнысованың “Бөйөк шағирҙың оранына урын юҡмы?” (2012 йыл, 16 март) исемле мәҡәләһендә күтәрелгән мәсьәлә мине лә борсой ине.
Автор Өфөнөң “Спорт” туҡталышындағы Рәми Ғариповтың шиғыры яҙылған плакатты тиҙ арала алып ташлауҙары хаҡында белдерә. Әҙиптең оло юбилейын үткәрәбеҙ, был лозунг йыл аҙағына хәтлем булһа ла эленеп торһон ине, ти ул.
Ысынлап та, “Туған тел” шиғырынан өҙөк яҙылған плакат ҡалаға йән өргәндәй булғайны.
Ком: 1 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ