“Бурандан микән яҙмышың, асылың микән буран...”Үҙең яҡындан белгән кеше хаҡында яҙыуы еңел түгел: нимәне хәтерләһәң дә, әйтеп бөтөрә алмаҫһың кеүек, күңелдә ҡәҙерләп кенә һаҡлаған, башҡаларға һөйләргә теләмәгән иҫтәлектәр ҙә була. Һүҙҙәр нимә инде, бөгөн әйтәһең дә, иртәгә яҙаһың да, онотолған кеүек, әйткәндән һуң хатта әһәмиәтен юғалтҡандай. Шул уҡ ваҡытта ташҡа баҫылған яҙма-хәтирә бер мәл килеп ҙур көскә эйә булыуы ла аңлашыла. Әммә һис кенә лә яҡын дуҫым, ағайым, рухташым Ғилман Ишкинин тураһында ошондай юҫыҡтағы мәҡәлә яҙып ултырырмын тигән уй башыма инеп тә сыҡҡаны булманы. Нисектер уның кеүек тормошто яратҡан, аралашыуҙың, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белгән кеше йәшәр ҙә йәшәр төҫлө ине... Нимә тип әйтергә лә белеп булмай, көрһөнөп йөрөй торғас, бер йыл да үтеп киткән икән уның беҙҙең менән хушлашыуына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 86 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көньяҡ төбәккә ҡеүәтУҡыу йортоноң директоры Роза Бикбова әйтеүенсә, сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла тиерлек юғары уҡыу йорттарына инә, улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербургтағы белем усаҡтарын һайлаусылар ҙа бар.
Гимназияла белем алыусылар ҡала, республика, Рәсәй буйынса ойошторолған олимпиадаларҙа, ғилми конференцияларҙа призлы урындар яулай. Бында БДУ-ның Сибай институты, Башҡортостан дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусылары лекциялар үткәрә, уҡыусылар үҙҙәре лә унда ойошторолған сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
Гимназия-интернат быйылғы уҡыу йылында республиканың мәғариф учреждениеһы статусын алды. Тимәк, коллективҡа яңы талаптар, бурыстар өҫтәлде. Белем усағының төп проблемаларының береһе — яңы интернат төҙөү ҙә хәл ителер, тип ышана мәктәп коллективы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәтовичҡа — ике "5"Күптәр уға исеме менән түгел, ә Ҡыҙыҡ тип өндәшә. Сатира һәм юмор өлкәһендә үҙен күптән инде оҫта артист итеп танытҡан Вәлит Илембәтовты халыҡ яратып та, хөрмәт йөҙөнән дә, үҙ итеп тә шулай атай.
Үҙенсәлекле ролдәре, ҡабатланмаҫ сығыштары менән тамашасы һөйөүен яулағаны өсөн.
Уның күп яҡлы ижады ҙур баһаға лайыҡ. 20 йылға яҡын “Ҡыҙыҡ-Мәҙәк” эстрада көлкө театрының художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Тиҫтәләгән йырҙары башҡорт һәм татар эстрада йырсыларының репертуарына ингән. Көлкө оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, филология фәндәре кандидаты Вәлит Илембәтовҡа күптән түгел 55 йәш тулды. Был байрамын 24 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрәсәк. Ошо уңайҙан артист менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Ҡыҙыҡтың ҡыҙыҡлы сәнғәт юлы ҡасан башланды икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 16 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етмеш йәшем тулыу айҡанлы миңә йәнде иретерлек иғтибар һәм хөрмәт күрһәткән Таулыҡайға — ҡәҙерле ауылдаштарыма, ундағы осрашыуға күрше ауылдарҙан килеп еткән яҡындарыма, дуҫтарыма; Иҫәнғолға — мине арғымаҡлы иткән Ейәнсура районы хакимиәтенә, үҙәк район китапханаһының затлы заттарына, район мәҙәниәт һарайының сағыу сәнғәтселәренә, йәмәғәт ойошмаларына — бигерәк тә аҡһаҡалдарға, Ейәнсура башҡорт гимназияһына; Өфөгә — Башҡортостан Яҙыусылар союзына, хәстәрлекле Әҙәби фондҡа
Ком: 0 // Уҡынылар: 9 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләбәйҙә үҙешмәкәр художество ижад коллективтарының “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” IV республика фестивале башланды.
Ул өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Фестивалдә, театр коллективтарынан тыш, “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөткән үҙешмәкәр коллективтар ҡатнаша. Улар ҙур булмаған концерт программаһын тәҡдим итә.
Һәүәҫкәр артистарҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ коллективтарының художество кимәлен күтәреү, күп милләтле Башҡортостандың халыҡ ижады жанрҙарын, этник мәҙәниәтен үҫтереү фестивалдең маҡсаты булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 49 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ
Понравившиеся, услуги девушки.