
Туғыҙ ай буйы йөрәк аѕтында әсәһенең ҡан тибешен тыңлап үѕкән сабыйҙың яҡты донъяға тыуыуын күреү, уның бар булыуын иѕбатлап асманды яңғыратып яр һалыуын ишетеү — йәнде ялмаған, булмышты тетрәндергән илаһи күренеш. Ер йөҙөндә кешенән дә бөйөк, әҙәм балаһынан да камил зат юҡ, ул — йәшәйештең ҡабатланмаѕ мөғжизәһе. Был күп тапҡыр яңғыраған, ҡабатланған хәҡиҡәтте тәҡрарлап, ниндәйҙер яңылыҡ әйтмәгәнлегем һәр кемгә мәғлүм. Әле һеҙгә еткерер бер кәлимә һүҙем — быуындар сылбырын тоташтырып, уны киләсәккә дауам иттереүсе сабыйҙар, йәнә бөгөнгө кеше, уның көнитмеше, күңел торошо, йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында.
Мине бер көн эштән ҡайтышлай заманса кейенгән, йәш һылыу ҡыҙ туҡтатты ла, исемемде әйтеп, йылы ғына иѕәнләшкәс, шундайыраҡ һорау бирҙе: “Ваҡытһыҙ мөрәжәғәт иткәнем өсөн ғәфү итегеҙ берүк, һеҙ йәш сағығыҙҙа беҙҙең ауылда фельдшер булып эшләгәнһегеҙ шикелле?” “Эйе... Тик һине танып еткермәйем бит әле, һылыу...” “Мин — Таңһылыу, һеҙ тыуырға ярҙам иткән бала булырмын. Рәхмәт һеҙгә!” Ҡыҙ һөйкөмлө йылмайҙы ла үҙ юлы менән китеп барҙы.
Иѕемде йыя алмай, албырғап, аңҡы-тиңке тороп ҡалдым. Күңелгә шатлыҡ эркелде. Ҡайһылай ҙа сибәр ҡыҙҙы донъяға тыуҙырғанмын икән дә баһа, ошоғаса шуны ла белмәй йөрөгәнмен...