Ике һүҙ сәнғәте оҫтаһының да “ҡыҙҙары” уҡыусының күҙен ҡыҙҙыра. “Ҡанлы илле биш”тә ҡыҙҙарҙың матурлығы ғына түгел, батырлығы ла һоҡланғыс. Әйтәйек, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ ҡыҙҙары һыбай оҫта йөрөргә сабый саҡтан уҡ өйрәнә башлай. Һутланып, тулышып өлгөргән йәш ҡыҙға күҙ атыусы егеттәр солтаны ла күп була. Ҡыҙ менән егет ат өҫтөндә ярышҡа сыға. Әгәр егет, ҡыуып етеп, ҡыҙҙы ҡосаҡлап үпһә йә үҙ янына тартып алып ултыртһа, кәләш — уныҡы. Тимәк, ҡыҙҙар мөхәббәт рухы менән дә тәрбиәләнә. Мөхәббәт рухының көсөн Башҡортостан ҡыҙҙары Бөйөк Ватан һуғышында ла күрһәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 7 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күренекле ғалим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов оҙаҡ йылдар инде әҙәби әҫәрҙәрҙең сәнғәтсә эшләнешен тикшереү менән мәшғүл. Әле ул “Әҙиптәребеҙҙең һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер”, “Һүҙ-тойғо заңы” тигән яңы китап яҙып бөттө. Унда 50-ләп башҡорт, татар яҙыусыһының тел-стиль үҙенсәлеге тикшерелә. Мәғлүм булыуынса, ҡан-ҡәрҙәш булып йәшәгән ике милләттең “Дуҫлыҡ кәштәһе” булдырылды. Башҡорттарҙың иң аҫыл әҫәрҙәре Ҡазанда баҫыла. Татарҙарҙың иң ҡиммәтле әҫәрҙәре Өфөгә мәңгелеккә “ҡунаҡҡа килә”. Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Суфиян Поварисов был кәштәне әҙәби әҫәрҙәре менән генә түгел, фәнни хеҙмәттәре менән дә байыта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 12 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телдәрҙе өйрән — тарих үҙе килерҺуңғы осорҙа Иран хаҡында йыш һөйләйҙәр, сөнки ул донъя сәйәсәтендә ярайһы уҡ ҙур урын алып тора. Был ил тураһында фекерҙәр ҙә, ҡараштар ҙа төрлө. Ҡолаҡ ишеткәне — аҡ, күҙ күргәне — хаҡ, тигәндәй, үҙемдең күҙәтеүҙәрҙе бәйән итмәксемен.
Таңдар аҙан менән ата
Киң билдәле төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә ханым менән телефон аша һөйләшергә насип булғайны. Шул саҡ ул атаһының: “Телдәрҙе өйрән — тарих үҙе килер”, — тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ғалимдың әйткәне бик дөрөҫ, сөнки үҙем дә фарсы теле аша донъяны тағы ла сағыуыраҡ, байыраҡ яҡтан астым, Иран иле, уның тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында күпте белдем.
Унда таңдар иртәнге аҙан менән ата. Тәбиғәте үҙенсәлекле: илдең бер сигендә 25 градуслыҡ эҫе йәй булһа, икенсеһендә 25 градуслыҡ һалҡын ҡышты күҙәтергә мөмкин. Ирандарҙың яғымлылығы, татыулығы оҡшаны. Таксистан башлап дәрәжәле етәксегә тиклем бер-береһенә ихтирамлы, мәрхәмәтле.
Ком: 1 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәт донъяһына әле киң байҡауҙар яһауым мәҡәләмдең маҡсатынан ситләшеүем түгел. Киреһенсә, Ким Әхмәтйәновтың әҙәбиәт ғилеменә индергән өлөшөн һәм яулаған урынын нәҡ ошо оло ваҡиғалар һәм арҙаҡлы исемдәр менән тығыҙ бәйләнештә генә тулы баһаларға мөмкин.
Ким Әхмәтйәновтың күренекле хеҙмәттәре ошо алтын ун йыллыҡтарҙағы ижади солғанышта, ижади ҡаҙаныштар ерлегендә тыуҙы һәм, үҙ сиратында, әҙәбиәттең артабанғы үҫешенә көслө йоғонто яһаны. Тәнҡитсенең, әҙәбиәт белгесенең әҙәби хәрәкәткә йоғонтоһо бик етди мәсьәлә. Был йәһәттән Ким Әхмәтйәновтың әйткән һүҙе һәр саҡ үтемле булды, уйландырҙы, шағирҙы яңы эҙләнеүҙәргә илһамландырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 9 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тоғро юлдаш, аҡыллы фекерҙәшХеҙмәт юлына башлап аяҡ баҫҡан саҡта аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам иткән, һиңә таяныс булған кешеләрҙе ғүмер үткән һайын нығыраҡ хөрмәт итәһең. Минең яҙмышымда Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов нәҡ шундай шәхестәрҙән булды. Уның менән илле йыл элек — әйтеүе генә анһат: ярты быуат! — 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына аспирантураға инергә әҙерләнеп йөрөгән саҡта танышҡайныҡ.
Был ваҡытта Ким Әхмәтйәнов талантлы ғалим булып танылғайны, әҙәбиәт донъяһында исеме айырыуса ҙур ышаныс һәм өмөт менән иҫкә алынған йәш көстәрҙән ине.
Университеттың бишенсе курсында уҡығанда һатып алған һары төҫтәге ҡаты тышлы ҡалын бер баҫманы мин әле лә китапханамда ҡәҙерләп һаҡлайым. Был китап Ғәлимов Сәләм әҫәрҙәренең иң тулы тупланмаһы ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ