Әгәр әҙәм балаһы хәтерҙән яҙһа йә кешелектең хәл-ваҡиғаларҙы теркәп барыу форсаты булмаһа, ни хәл ҡыла алыр инек икән? “Таштың да тарихы була”, тигәндән, айырым шәхестең яҙмышы, ғаиләнең башынан үткәндәре, ил өҫтөнән шаулап иҫкән елдәр, донъяны донъя итеп тотҡан ғәмәлдәр — һәммәһе лә тарих. Ҡайһы бер ваҡиғалар, шәхестәр онотолоп торһа ла, хатта ҡәһәрләнһә лә, тарих үҙенең төп ағышында үҙгәрешһеҙ ҡала. Фани донъяла кемдәрҙеңдер, асмандағы йондоҙҙарҙан да сағыуыраҡ күренергә тырышып балҡып китеп, ҡапыл һүнеүе лә — мәңгелек тарихтың керпек ҡағып алыуы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 12 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дмитрий Медведевтың 2012 йылды Рәсәй тарихы йылы итеү тураһындағы Указы — илебеҙҙең донъя кимәлендә тотҡан урынын ҡайтанан билдәләү, йәмәғәтселектең иғтибарын Ватандың үткәненә йүнәлтеү өсөн эшләнгән аҙым. Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙең асылын нығыраҡ аңлау, киләсәгебеҙҙе күҙаллау өсөн дә кәрәк тарих тәҙрәһенә бағыу. Илебеҙ етәксеһе быны яҡшы аңлап эш итә һәм был Указды бик ваҡытлы сығарҙы.
Рәсәйҙең донъя кимәлендә тотҡан урынын анығыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн, әлбиттә, тарихҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ер шарында бөйөк державаға (был — бәхәсһеҙ) әүерелерҙән алда Рәсәй иле бик күп тетрәнеүҙәр, солғаныштар, һуғыштар кисергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 19 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәбәрһеҙ юғалманы ул!Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында телефондар бер минутҡа ла тынмай, килеүселәр ҙә артҡандан-арта. Мәғлүм булыуынса, бында дивизияның легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн ҡултамғалар йыйыу бара.
Музей директоры Илүзә Ғәйнуллина акция тураһында ентекле һөйләп бирҙе. Уларҙы Башҡортостан радиоһына дивизияның 70 йыллыҡ юбилейы тураһында һөйләргә саҡыралар. Тура эфир ваҡытында шылтыратыуҙар башлана, Шайморатовтың яҙмышына битараф булмаған кешеләр уға бағышланған йырҙы башҡара, илап ебәреүселәр ҙә була. Халыҡ шул саҡта данлы яҡташыбыҙға герой исемен биреү мәсьәләһен тағы күтәрә. Ошо тәҡдим буйынса шылтыратыуҙар артҡас, радио, музей һәм Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзы бергәләшеп, Миңлеғәле Минһаж улына юғары исем биреү яҡлыларҙан тауыш йыйыу башланыуы тураһында хәбәр итә. Шулай итеп, 27 ғинуарҙа “Комдив Шайморатов — Геройҙың ҡайтыуы” тигән акция башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эҙләнеүҙәрҙе дауам итәйек!Ватан һуғышында “Төньяҡ амурҙары” исеменә эйә булып, француз һалдаттарының йөрәгенә ҡурҡыу һалған башҡорттар үҙҙәрен аямай һуғыша, оҙон яу юлы үтеп, Наполеон армияһын эҙәрлекләп, Парижға тиклем бара. Әммә урыҫ командирҙарының битарафлығынанмы, бәлки, һанға һуҡмауынандыр, йә иһә тарихсыларыбыҙҙың насар өйрәнеүенәнме, беҙҙең яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы кәрәгенсә яҡтыртылмаған.
Дөрөҫөрәге, беҙ ошоға тиклем Ҡаһым түрәне белдек тә, ғалим, яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың “Ил азаматтары” китабы аша Буранғол Ҡыуатовтың шәхесе менән таныштыҡ. Ул, ярты Европаны полк командиры вазифаһында яу менән үтеп, майор дәрәжәһенә тиклем үрләп, “1812—1814 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлеге”, “Парижды алған өсөн” исемле көмөш миҙалдар тағып ҡайтып төшә. Артабан кантонға етәкселек итә. Ошо вазифаны оҙаҡ йылдар уңышлы башҡарғаны өсөн һәм, яуҙарҙағы батырлығын иҫәпкә алып, Ҡыуатовтарға нәҫелдән нәҫелгә күсер дворянлыҡ титулын бирәләр. Халыҡ Буранғолға бағышлап йыр ҙа ижад иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 37 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Монгол тамырҙарын эҙләү урынһыҙ...”Тоҡомло башҡорт аты 1952 йылда маршал Семен Михайлович Буденный тарафынан сығарылған “Ат тураһында китап”тың беренсе томында шулай тасуирлана: “Башҡорттарҙа йылҡысылыҡ тарихи аренала монголдар барлыҡҡа килеүҙән күпкә алда үҫешкән булған. Шуға күрә башҡорт атының монгол тамырҙарын эҙләү (ҡайһы бер хеҙмәттәрҙәге кеүек) нигеҙһеҙ”.
Ул заманында Өфө, Ырымбур, Пермь, Ҡазан, Һамар губерналарында киң таралған булған. Почта хеҙмәте өсөн күп аттар Сембер, Түбәнге Новгород, Мәскәү губерналарына һатып алынған. Шулай уҡ 1789 йылда ойошторолған башҡорт ғәскәре туплана. Ырымбур һәм Яйыҡ казактары өсөн 1845 йылда ат үрсетеү заводтары асыла башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 19 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ