Быйыл ҡыш ҡар наҡыҫыраҡ булды. Был ауыл хужалығына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Республика баҫыуҙарында ужымдың торошо нисек – бөгөн бик күптәрҙе ошо һорау борсой. Уға яуап эҙләп Ауыл хужалығы министрлығы үҫемлекселек буйынса бүлегенең баш агрономы Таһирйән МӨХӘМӘТЗИЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Ул беҙгә бына нимәләр һөйләне:
– Быйыл республикала бөтәһе 476 609 гектарҙа ужым культуралары сәселде. Шуның 306 мең гектарында – арыш, 104,5 мең гектарында – ужым бойҙайы, 20 мең гектарында – третикале, ҡалған майҙанда башҡа төрлө ужым культуралары урын алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3 тапҡыр // Тотош уҡырға
Владимир Путин үткән быуаттың 90-сы йылдарында дәүләт предприятиеларын хосусилаштырыу һөҙөмтәләренә бәйле бәхәскә нөктә ҡуйырға тәҡдим итте. Ниндәй юл менән һуң? Премьер-министр фекеренсә, шикле ысул менән ҡулға төшкән милек өсөн олигархтар дәүләткә “үҙ кеҫәһенән” бер тапҡыр булһа ла ҡайтарырға тейеш.
“Ҡырағай капитализм”дың бурысы
Уныңса, бындай аҙымға йәмәғәтселек кенә түгел, ә эшҡыуарҙар ҙа мохтаж. Ни генә тиһәң дә, әле лә бизнесҡа кире мөнәсәбәт етерлек. Был Совет заманынан ҡалған кире фекер эҙемтәһе генә түгел, иң тәүҙә 90-сы йылдарҙағы “ҡырағай капитализм”дың да йоғонтоһо. Ә эре капиталдың халыҡҡа “үҙ бурысын” ҡайтарыуы йәмғиәттең бизнесҡа ышанысын бермә-бер арттырасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 13 тапҡыр // Тотош уҡырға
Араларҙы яҡынайтыусы күперӨфө эргәһендә Ағиҙел аша үтеүсе федераль юл өсөн күперҙең беренсе өлөшө төҙөлә башланы. Ниһайәт, проект-тикшереү эштәренән һуң, күпер аша үтәсәк меңәрләгән машинаға көсө етерлек ҙур-ҙур терәүҙәр ҡалҡып сыҡты. Буласаҡ күперҙең һыны ла күҙ алдына баҫа. Ул ал-ял белмәй эшләгән, әммә "арый" башлаған элеккеһе янында ҡалҡа. Ни генә тиһәң дә, Өфө эргәһендәге федераль юлдан тәүлегенә 65 мең техника үтә бит!
"Буласаҡ күперҙең оҙонлоғо 390 метр тәшкил итәсәк. Ситтәге тороҡтар — 63-әр, ә үҙәктәге өсәүһе 84-әр метр буласаҡ", – тип аңлата Өфө – Һамар – Силәбе автомобиль магистрале идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Радмир Ваһапов. Күперҙә асфальт-бетон түшәлгән өс һыҙат юл буласаҡ. Ә иҫкеһе тулыһынса һүтеләсәк, уның нигеҙе тикшереләсәк һәм өҫтәмә рәүештә нығытыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Владимир Путин ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн яғыулыҡҡа ташламаны өс тапҡырға һәм льготалы тәьмин итеүҙе ун процентҡа арттырҙы.
Нефтселәр крәҫтиәндәргә ярҙамға килә
Яҙғы сәсеү ваҡытында ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн яғыулыҡ-майлау материалдарын күмәртәләп һатып алыу хаҡтары декабрь айындағы кимәлдең ни бары 30 процентын ғына тәшкил итәсәк. Был турала Премьер-министр Тамбовта малсылыҡты үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе.
Хәҙер льготалы яғыулыҡ менән тәьмин итеү нефть күләменән сығып бүленә, был дәүләт ҡарамағында булған “Роснефть” өҫтөнә төшкән ауырлыҡты бер аҙ еңеләйтеүе ихтимал. Әлеге хаҡтар менән крәҫтиәндәргә ташламаларҙа “Роснефть” — 5,2 миллиард һум, “Лукойл” 4,1 миллиард һум юғалтасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 11 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҙған аҙна етәкселәрҙең байтағы өсөн үҙенә күрә етди имтихан булды, сөнки заман ҡатмарлы бурыстар ҡуя, бик яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә этәрә. Властың эшкә һәләтлелеге, халыҡ алдындағы абруйы ошондай шарттарҙа асыҡ күренә лә инде.
Мәғлүмәт һуғышы ҡан ҡойош көҫәй
Сүриә тарафтарынан ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр килә. Тотош донъя буйынса илдәге хәлде Хомс ҡалаһындағы күренештәр аша һүрәтләйҙәр: емерек, пулялар менән тишкеләнгән һәм эсендә бер ниндәй йән эйәһе ҡалмаған өйҙәр, төтөн, мәйеттәр… Журналистар хәбәр итеүенсә, бында бер тәүлек эсендә 260 кеше һәләк булған. Эйе, мәхшәр. Тик шуныһы аңлашылмай: граждандар һуғышымы был, оппозицияның ихтилалын баҫтырыумы, әллә террорсыларға ҡаршы күрелгән саралар эҙемтәһеме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 11 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ