Ижадтан йәм табып...Ауыл халҡының мәшәҡәте бер ҡасан да бөтмәй: иртә таңдан тора ла хужалыҡ араһында бөтөрөлә. Ул арала эшкә барып ҡайтырға, балаларҙы ҡарарға кәрәк. Баҡса, мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә – ҡыҫҡаһы, илһамлы ял минуттары, күңел талабына тап килгән хыял донъяһында йөҙөү кеүек ысынбарлыҡтан йыраҡ булған ғәмәлдәр һирәк эләгә уларға.
Шулай ҙа ауыл тормошон йәмләп, уның көндәлек ығы-зығыһына йән өрөп торған кешеләр ҙә бар арабыҙҙа. Мәләүез районының Ергән ауылында йәшәүсе Тәлғәт Мөхәмәҙуллин – тап шундайҙарҙан.
Тормош юлы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға, күңелле хәтирәләргә бай уның, табыштары һәм юғалтыуҙары, еңеүҙәре һәм еңелеүҙәре лә булғандыр, әммә үкенес кисерерлек түгел – барлыҡ ғүмерен яратҡан эшенә, йөрәге ҡушҡан ғәмәлдәргә бағышлаған.
Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған белгес өс тиҫтә йылдан ашыу Салауат ҡалаһының “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайында эшләгән, 30-ҙан ашыу спектаклде сәхнәгә ҡуйған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 42 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һеҙ яратҡан йырХалыҡ шағиры Рәми Ғариповтың бик күп шиғырҙарына көй һалынған. Уларҙы инде нисәмә быуын хисләнеп тыңлай. “Бар ғүмерем” исемле тәрән мәғәнәле йыры ла шуларҙың береһе. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин (1950 – 2009) башҡарыуында ул күптәрҙең хәтерендә уйылып ҡалған. Мәшһүр йырсы яғымлы тауышы менән шағирҙың кисерештәрен меңәрләгән тамашасыға еткерә алды. Моң бишегендә бәүелгәндә, республикабыҙҙың аҫыл улдарының береһе Ғәли Хәмзинды ла иҫкә алайыҡ.

Бар ғүмерем
Рәми Ғарипов һүҙҙәре
Нур Дауытов көйө

Бәхет — һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юмореска
Баҡсала ҡоҙоҡ ҡаҙырға булдым әле. Эште ниҙән башларға икән? Ҡаршылағы күрше Рәмил менән кәңәш иттем.
— Нимәһе бар уның, — тип ҡулын йәйеп ебәрҙе ул. — Нейҙәр һатып алаһың да, биш-алты ней саҡырып, ике көн нитһәгеҙ — эше лә бөттө.
— Аңламаным, — тим, елкәне тырнап.
Күршем, үәт, аңра тигәндәй, күҙҙәренең ағы менән аҡайып ҡарап ҡуйҙы.
— Йомро бетон ҡулсалар һәр мөйөштә һатыла хәҙер, — тип мине йәлләп аңлата башланы артабан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 10 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олигархтан ныҡ байып китеүе тураһында төпсөнәләр.
– Тәүге миллионығыҙҙы нисек эшләнегеҙ?
– Себерҙә саҡта самолетҡа күп итеп ҡар тейәп Африка илдәренең береһенә оҙаттым.
– Алыусылар булдымы һуң ҡарҙы?
– Ниңә ҡарҙы, самолетты ҡыйбатҡа осорҙом.
Ком: 0 // Уҡынылар: 5 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Рәми Ғарипов шиғриәте” кроссворды1. Иҫке ... биттәренә
Яҙа инек дәрестәрҙе.
Туңа ине ерек ҡара,
Боҙға ҡоршап хәрефтәрҙе.
2. ... — тотҡон Батырша,
Башҡорттоң батыры,
Ултырам зинданда,
Башымды ҡатырып...
3. Мин уйланыр, яҙыр, уҡыр өсөн
Төндө көтәм, төндө һағынам.
Төндә минең серле илһам ҡошом
Уяна ла... ҡағына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 11 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ