Балаларыбыҙҙы рухи йәһәттән дә, физик яҡтан да һау-сәләмәт итеп нисек үҫтерергә? Уларҙың хоҡуҡтарын боҙмайынса, урам йоғонтоһонан, ымһындырғыс насар ғәҙәттәрҙән аралап, яҡшыға, яҡтыға ынтылыш тәрбиәләүҙең ауыр, әммә бик көнүҙәк мәсьәлә икәнлеген аңлайбыҙ. Һәр быуын уны төрлө иҡтисади, сәйәси шарттарҙа үҙенсә хәл итеп килгән. ХХI быуат үҫмере үҙен нисек тоя? Һәр саҡта ла уның ынтылышын, ихтыяжын, борсолоуҙарын аңлау дәрәжәһендәме беҙ? Ни өсөн уларҙы яҡлауға йүнәлтелгән ҡанундар йыш ҡына йоғонтоһоҙ? Балалар араһында агрессия, көнсөллөк, рәхимһеҙлек кеүек йәмһеҙ күренештәрҙең сәбәптәрен ҡайҙан эҙләргә?
Бөгөнгө һөйләшеү бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса башҡарылған һәм йыш ҡына күҙ уңынан ысҡынған ҡайһы бер мөһим мәсьәләләр хаҡында. Еңел булмаған һорауҙарға яуапты оҙаҡ йылдар балалар менән эшләгән, ҙур тәжрибә туплаған белгестәр менән бергә эҙләнек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ә донъя бит ҡуласа...“Үгәй” тигән һүҙ бәләкәй саҡтан уҡ әкиәттәр аша йән өшөткөс төшөнсә булып зиһенебеҙгә һалына. Шуға ла ысынбарлыҡта “үгәй” һүҙенә ҡарата изгелекте, яҡшылыҡты аңлатҡан һүҙ ҡушып әйтеү ҡолаҡҡа ят һымаҡ. “Яҡшы үгәй”, “кешелекле үгәй”, “изгелекле үгәй” тигән һүҙбәйләнештәр ҡапма-ҡаршы мәғәнә биргән һүҙҙәр кеүек. Шунлыҡтан ғаиләгә “үгәй” атамаһы менән өҫтәләсәк яңы кешегә ҡарата алдан уҡ кире мөнәсәбәт тыуа һәм уға иң элек, бәлки, хатта йылдар буйы үҙенең “үгәй” түгеллеген, ә фәҡәт атаһын йәки әсәһен алмаштыра торған кеше икәнлеген аңлатырға тура килә.
Иң элек беҙ “үгәй” һүҙенең мәғәнәһен асыҡлайыҡ. Үгәй ул үҙ ҡаның түгел, ә сит ҡан, ят бауыр тигәнде аңлата. Үгәй атай, үгәй әсәй, үгәй бала тигән төшөнсәләргә үҙенсәлекле мәғәнә һалынған. Һинең үҙ атайың, үҙ әсәйең, үҙ балаң бар, ә үгәй үҙ ҡаның түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетле булып үҫһендәр ерҙә барлыҡ бәпәйҙәр!Тап ошо йырҙың һүҙҙәре хәтергә төштө Вәлиевтәрҙең бәхетле һәм татыу ғаиләһе менән танышҡас. Сәскә кеүек балҡып торған ике ҡыҙ, бер-бер артлы ярышып үҫкән өс баһадир ул ғаиләне бер бөтөн итә.
Сәхнәлә Вәлиевтәр үҙҙәре бер мөғжизә тыуҙырҙы. Өс йәшлек кенә Гөлдәрҙең апаһы менән ағаларынан ҡалышмай үҙенсә йырларға тырышыуы һоҡландырһа, көй ыңғайына тыпырҙатып бейеүе барыһын да хайран итте.
Вәлиевтәр Баймаҡ районының Байыш ауылында йәшәй. Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән Гөлгөнә тап башҡорт ауылына килен булып төшөүенә һис үкенмәй. Ғәлинур Ғәни улы “Йылайыр” совхозында тир түккән. Әммә һуңғы йылдарҙа, хужалыҡ юҡҡа сыҡҡас, эшһеҙ ҡалған. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгән, ауыл халҡының малына көтөүселекте алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 35 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туй күлдәге кеймәһәк тә...Ҡаушабыраҡ, кейемдәрен ҡат-ҡат һыпырғылап, шул уҡ ваҡытта күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ҡабыҙып аяҡ баҫты “Родина” кинотеатрына баш ҡаланың Киров районында йәшәүсе һуғыш, тыл, хеҙмәт ветерандары һәм ғаилә юбилярҙары. Тантанаға йыйылыусылар 10 — 20 йылға йәшәргәндәй тойолдо: кәйефтәре күтәренке, йөҙҙәре балҡый, таныштарын, яуҙаштарын күреү шатлығы ҡараштарында ҡояш нурындай сағыла. Был мәлдә һыҙланыуҙар ҙа онотолоп торҙо, йөрәк тә “шаярманы”, бығаса йөҙәткән ҡан баҫымы ла “һикерергә” ашыҡманы... Ҡыҫҡаһы, кәрәк була ҡалһа тип дежурҙа торған ике медицина хеҙмәткәренә ял итеп ултырырға ғына тура килде.
9 Май — Еңеү көнө һәм ғаилә юбилярҙарын тәбрикләү уңайынан сағыу был тамашаны оло йәштәгеләр өсөн Киров районы хакимиәте менән райондың ЗАГС бүлексәһе ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыл һайын 15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Был байрам да, иҫтәлекле көн дә түгел, ә 1993 йылда БМО-ның Генераль ассамблеяһы тарафынан донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын ғаилә проблемаларына йәлеп итеү маҡсатында булдырылған.
Бөгөн медицина, мәғариф йәки торлаҡ-коммуналь өлкәлә, йә булмаһа иҡтисадта тауҙай өйөлгән мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк икән, уларҙың һәр береһен ғаиләләргә ҡағылған проблемалар тип әйтергә мөмкин. Һуңғы осорҙа ғаиләләргә барлыҡ кимәлдә лә мөнәсәбәттең үҙгәреүе, яҡлау сараларының көсәйеүе һөйөндөрә. Шулай ҙа ғаилә ҡиммәттәренең әкренләп юғала барыуы, элекке матур йолаларҙың һүнеп ҡалыуы, балаларҙың үҙ йортонда тәрбиәләнмәүе кеүек күренештәр айырыуса борсой һәм киләсәгебеҙҙе хәүеф алдына ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ