
Тәмәке һатыу, тартыу буйынса ниндәй генә закондар ҡабул ителмәһен, төтөн һурыусылар һаны, статистика мәғлүмәттәре раҫлауынса, бер ҙә кәмемәй. Киреһенсә, артҡандан-арта. Шаярып ҡына ауыҙына бер тапҡыр тәмәке ҡабып ҡарап, аҙаҡ уға күнегеп киткәндәр ошо алама ғәҙәттәренән арына алмай йонсой. Һаулыҡтары ҡаҡшауын тойоп, унан ҡотолорға тырышып ҡараусылар төрлө әмәл эҙләп ҡарай, әммә... Ошондай көсһөҙ ихтыярлылар өсөн бер танышымдың — Динар Мәжитовтың — тәмәке ҡоллоғонан ҡотолоу тәжрибәһе менән уртаҡлашмаҡсымын. Был турала — уның үҙ ауыҙынан.
Йәш саҡтарҙағы бер блокнотым ҡулыма килеп эләккәйне, биттәрен асып-асып, ҡараштырып сыҡтым. Шул саҡ эре, матур баҫма хәрефтәр менән теркәп ҡуйылған “Тәмәке — тоғро дуҫым һәм дошманым” тигән яҙмам күҙгә ташланғайны, бер аҙ уйға ҡалдым.