Хәйбуллала шахмат уйынына ҡыҙыҡһыныу арта

Телефонды ситкә ҡуйып, башыңды эшләтеп ал!Кешелек уйлап сығарған мөғжизәләр араһында аҡлы-ҡаралы шахмат таҡтаһы бер нисә быуат буйы әҙәмдәрҙе ылыҡтырып, мауыҡтырғыс шөғөл, күңелле ял бүләк итә. Аҡыллылар һәм мәшһүрҙәр уйыны тип йөрөтөлгән был спорт төрөн үҙ иткәндәр араһында логик фекерләгән, түҙемле һәм маҡсатына ынтылыусан кешеләр күп осрай. Был боронғо уйынға ылыҡҡан балаларҙың да күп булыуы һоҡландыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова журналистар өсөн матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Унда һүҙ Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре тураһында барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гариповсылар “беренсе”лек рухына тап төшөрмәй

“Дан-шөһрәт – шундай бейек ҡая,
Болоттарға йәйгән ҡоласын.
Йылан уға тик шыуышып менә,
Бер талпынып менә ыласын!”
“Беҙҙә – республиканың оло байлығы”Абай Ҡонанбаевтың шиғырына Рәми Ғариповтың тәржемәһенән ошо өҙөк девиздай юғары эленгән бында. Бейек ҡаяларға бер талпынып менерҙәй ыласындар тәрбиәләп, республикабыҙҙың төп көс-ҡеүәтен тулыландырыуҙы дауам иткән абруйлы уҡыу йорто – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты – мәғариф тармағы заманға ярашлы ниндәй генә талаптар ҡуймаһын, бурыстарын лайыҡлы атҡарып, үҙ йөҙөн һаҡлап, ышаныслы алға атлай. Белем усағында уҙған уҡыу йылы нисек тамамланған? Алдағыһына ниндәй маҡсаттар ҡорола? Йолаға һалынғандан тайпылмайынса, беренселекте бирмәй алға барыуҙың нигеҙе ниҙә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән уҡыу йорто директоры Ләйсән ФАЗЛЕТДИНОВАға мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Калиновка ауылында тарихи ваҡиға булды: Өфө аэропортынан “МИГ-21” самолетын алып килделәр. Хәҙер ул ауылдың биҙәге лә, урындағы Рәсәйҙең атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Солтанов исемендәге аэрокосмос мәктәбенең уҡыу макеты ла булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 47 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәренә ни сәсһәң...Балаларға сирек быуаттан ашыу белем биргән Айгөл Ҡырғыҙбаева – хеҙмәтенә күрә ҙур хөрмәт, ихтирам ҡаҙанған абруйлы уҡытыусыларҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 86 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала саҡты нисек хәстәрләһәк, киләсәгебеҙ ҙә шундай булырБеҙҙә балаларҙың һаулығын ҡайғыртыу, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, демографияны яҡшыртыу эше яҡшырғандан-яҡшыра. Бөтә проблемаларҙы бер юлы хәл итеү мөмкин түгел, ләкин был йүнәлештәге эшмәкәрлектә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүен дә инҡар итергә ярамай. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018–2027 йылдарҙы Балалар ун йыллығы тип иғлан иткәс, кескәйҙәр донъяһын яңы кимәлгә күтәреүгә иғтибар бермә-бер артты. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа сығыш яһаған Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова килтергән мәғлүмәттәрҙән дә был яҡшы күренә. Былтыр беҙҙең республикала ошо тәңгәлдә нимәләр эшләнгән һәм ниндәй бурыстар ҡуйылған?
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусы һәм бала

Бер бала уҡытыусыға:
— Миңә атайым күп уҡырға ҡушманы. “Күҙең ауыртыр, күрмәй башларһың” тип әйтте, — тигән.
Уҡытыусы уға:
— Юҡ, балаҡай, күп уҡыған һайын күҙең асыла барыр. Донъяны яҡшыраҡ күрә башларһың, — тигән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәрбиә эшендә фольклорҙың әһәмиәте ҙур

Телгә һөйөү – мәҙәниәт ашаКүмәк сараларҙа кешеләр менән танышып-аралашып йөрөйһөң, төрлө һөнәр эйәләре менән күрешәһең. Ошоғаса уҡытыусы булараҡ танып белгән, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән һөнәр эйәләренең күбеһе – Күгәрсен районынан. Яңы танышым да шул яҡтарҙан булып сыҡты.
Оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Әлфирә Фәйзрахман ҡыҙы Һөйөндөкова (Әлмөхәмәтова) райондың Әлимғол ауылынан икән. Башланғыс белемде тыуған ауылында алғандан һуң, 1984 йылда Ҡалдар урта мәктәбендә уҡый. Һәр тырыш уҡыусы кеүек, мәктәптә төрлө клас­тан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шиғырҙар яҙыу менән дә мауыға. Шулай бәләкәйҙән һәләттәрен үҫтергән йәш уҡыусы ҡыҙ үҙе хыял иткән юлына табан – уҡытыусылыҡҡа килә, башкөллө образдарға бай әҙәбиәт донъяһына сума. Яҡты белем донъяһы, хыялына хыянат итмәй, йылдар аша һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған Әлфирә ҺӨЙӨНДӨКОВА менән яҡынданыраҡ аралаштыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 53 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәргә лә әле йәшәргә...Иглин ҡасабаһының яңы биҫтәләренең береһендә урынлашҡан ике ҡатлы йорт алдына килеп туҡтаныҡ. Әллә ни ҙур булмаған ихатала бөхтәлек, һәр әйбер үҙ урынында. Баҡсала тигеҙ генә теҙелгән түтәлдәр, емеш ағастары ла күренә. Ҡаршыбыҙға уртаса буйлы, ҡалын ҡара сәсле, һылыу ҡатын килеп сыҡты, ихласлыҡ менән йортҡа әйҙәне. Үҙенсәлекле лә, ҡатмарлы ла яҙмышы хаҡында хәбәрҙар булып, беҙ эҙләп килгән Гөлнара Эшманова менән шулай таныштыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1028 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр барҙа ауыл һүнмәҫСығарылыш класс уҡыусылары өсөн күңелле лә, шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле лә осор дауам итә – юғары уҡыу йорттарының барыһы ла абитуриенттарҙан документтар ҡабул итә. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 50 Алға
Бит башына