"Башҡортостан" гәзите тарихынан / Из истории газеты "Башҡортостан"

1917 йылдың июнендә Ырымбурҙа «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем аҫтындағы гәзиттең тәүге һаны донъя күрә. Июлдән ул «Башҡорт» тип үҙгәртелә. 1918 йылдың мартында Башҡортостандың Ваҡытлы революция советы «Башҡортостан» гәзитен сығара. Ошо ике гәзит «Башҡортостан»дың нигеҙен тәшкил итә. 1919 йылдан ул Стәрлетамаҡта «Башҡортостан хәбәрҙәре» тигән исем аҫтында баҫыла.
1922 йылдан «Башҡортостан» Өфөлә башҡорт һәм татар телдәрендә сыға. 1924 йылдың авгусынан башҡортса ғына баҫыла башлай.
1929 йылдан ул көндәлек гәзиткә әүерелә. 1937 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостан», 1951 йылда «Совет Башҡортостаны» тип үҙгәртелә.
1968 йылда баҫма Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1990 йылдан гәзиттең хәҙерге исеме республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, фәнни, спорт тормошон сағылдыра.
Бөгөн «Башҡортостан» - аҙнаһына биш тапҡыр (йәкшәмбе менән дүшәмбенән тыш) башҡортса сыҡҡан республика ижтимағи сәйәси гәзите.
Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә «Башҡортостан» республика нәшриәтендә баҫыла. Уны республиканың барлыҡ ҡала һәм райондары халҡы уҡый, күрше өлкәләр ҙә алдыралар. Гәзиттең тиражы йылдан-йыл тотороҡло һаҡлана.

В июне 1917 года в Оренбурге вышел первый номер газеты под названием «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире»(«Известия Башкирского областного бюро»), с июля – «Башҡорт». В марте 1918 года Временный революционный совет Башкортостана там же издает газету «Башҡортостан». Эти две газеты и стали основой газеты «Башҡортостан». С 1919 года она печатается в Стерлитамаке под названием «Башҡортостан хәбәрҙәре» («Известия Башкортостан»).
С 1922 года «Башҡортостан» издается в Уфе на башкирском и татарском языках. С августа 1924 года выходит только на башкирском языке.
С 1929 года становится ежедневной газетой, в 1937 году переименована в «Ҡыҙыл Башҡортостан», в 1951 году – в «Совет Башҡортостаны».
В 1968 году газета награждена орденом Трудового Красного Знамени.
С 1990 года современное название газеты отражает социально-экономическую, общественно-политическую, культурную, научную, спортивную жизнь республики.
Сегодня «Башҡортостан» - республиканская общественно-политическая газета, выходящая на башкирском языке пять раз в неделю (кроме воскресенья и понедельника). Издается в столице Республики Башкортостан – Уфе в республиканском издательстве «Башкортостан». Ее читают жители всех городов и районов республики, выписывают в соседних областях. Тираж газеты из года в год держится стабильно.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ
производство пакетов, бесплатная регистрация вашего предприятия | ювелирные изделия киев выгодны?