“Асыҡлыҡтың һөҙөмтәһен күрә башланыҡ”Бөгөн — Азамат Илембәтовтың республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүенә бер йыл. Ошо уңайҙан “Комсомольская правда” гәзитендә Хөкүмәт башлығы журналистар менән осрашыу ойошторҙо.
Азамат Фәттәх улы башта “Ҙур химия” Халыҡ-ара форумы хаҡындағы фекере менән уртаҡлашып, сараның ойошҡан рәүештә, уңышлы үтеүен билдәләне.
— Властың барыһы өсөн дә асыҡ булырға ынтылышы шарттарында республикала иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө форум, инвесторҙар менән осрашыуҙар йыш ойошторола, — тине ул. — Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, башҡарған төп бурыстарыбыҙҙан тыш, республиканың иҡтисадын демократлаштырыуға күп көс һалынды. Инвестицияны йәнләндереү маҡсатында бер нисә закон ҡабул ителде. Эшмәкәрлегебеҙҙең аныҡ һөҙөмтәһе күренә башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайтыуың менән, остазыбыҙ!Республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп, лицей, гимназия директорҙары күренекле мәғрифәтсе Мөхәммәт Исҡужиндың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға йыйылды. Ғүмере буйы тел, милләт, киләсәк тип йән атҡан шәхестең иҫтәлегенә үткәрелгән әлеге сара мәңгелек ҡиммәттәргә ауаздаш булды: конференцияның исеме үк — "Заман шарттарында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә йәмәғәт ойошмалары менән дөйөм белем биреү учреждениеларының берҙәм эшмәкәрлеге" — бик күп мәсьәләләрҙе асып һалды.
Көндөң тәүге яртыһында ҡунаҡтар М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында асыҡ дәрестәр ҡараны. "Евразия халҡы һәм илдәре" (география дәресе), "Сифат" (башҡорт теле дәресе), "Музыканың төҙөлөш формалары" (музыка дәресе), Р. Өмөтбаевтың "Атлы башҡорт", Н. Нәжмиҙең "Урал" поэмаһы буйынса әҙерләнгән дәрестәр белгестәр тарафынан юғары баһаланды һәм ошо йүнәлештә эшләүсе уҡытыусыларға өлгө итеп күрһәтелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асҡындарҙы “асып” ҡайттыҡ“Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондың нисек тормошҡа ашырылыуы республика Хөкүмәтенең, Мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының даими иғтибар үҙәгендә. Республика мәктәптәрендә дәүләт телдәре һәм туған телдәр нисек уҡытыла? Педагогтар етешәме? Дәреслек, методик әсбаптар яңыртыламы? Кабинеттар ни хәлдә? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты күптән түгел ойошторған бер рейдта беҙгә лә ҡатнашырға тура килде.
“Ҙ”, “ҫ” өндәре милләтте тарҡатһынмы?
“Рейд” тигәс тә, маҡсат мәғарифтан “сүп” эҙләү түгел, ә уға баһа биреү, уҡытыусыларға методик һәм рухи ярҙам күрһәтеү, милли рухты тойомлау ине. Беҙ юл тотҡан Асҡын районы — башҡорттар борондан төйәк иткән төбәк. Милли еребеҙҙә бөгөн кемдәр үҫә икән, тип ҡыҙыҡһыныу ҡатыш тулҡынланыу менән сыҡтыҡ сәфәргә.
Ком: 3 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡара алтын” бында тыуған“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда нефть табыла башлауҙың күркәм юбилейын киң билдәләй. Нефть сығарыуға ҡағылышы булған һәр төбәктә тантаналар үтә. Улар араһында иң мөһиме һәм сағыуының Ишембайҙа ойошторолоуы бер кемде лә ғәжәпләндермәйҙер. Тап ошо бәрәкәтле ерҙә, 1932 йылдың 16 майында, көндөҙгө ун икенсе яртыла данлыҡлы 702-се скважинанан фонтан булып нефттең тәүге тонналары бәреп сыға.
Салт аяҙ, йылы һәм ҡояшлы иртәлә Ишембайҙа нефткә ҡағылышы булған барса халыҡ ошо тарихи “өләсәй-скважина” янына йыйылды. Әйтергә кәрәк, тап “ҡара алтын” табыла башлауы Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалды һәм күптәрҙең яҙмышы ошо тармаҡҡа бәйләнде. Хәҙер был скважина янында матур тарихи урын барлыҡҡа килгән.
Сараға тулҡынланып килеүселәр, әлбиттә, ветерандар ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡташыбыҙҙың ҡиммәтле бүләгеӨфө ҡалаһында Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы уңышлы эшләп килә. Ниңә ул Нестеров исемен йөрөтә тип уйлаусылар ҙа барҙыр. Был һорауға тулы яуап бирер өсөн ҡайһы бер тарихи ваҡиғаларға туҡталып китәйек.
Фәйзрахман Исмәғилев — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры:
— Быйыл музейыбыҙҙа оло байрам — уға нигеҙ һалған, танылған рәссам Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаны ҡаршылау өсөн инде өс йыл дауамында әҙерлек бара. Әйтергә кәрәк, был йәһәттән беҙҙең теләк-тәҡдимдәребеҙҙе республика Хөкүмәте лә, Мәҙәниәт министрлығы ла хупланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 612 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ